Кисә йәйәүлеләр беренсе ҡарға ҡыуанһа, машина йөрөтөүселәр өсөн юл йөрөүү бер бәлә булды, кемдер өсөн көн хатта ҡыҙғаныс тамамланды…
Өфөнөң Калинин районындағы Сквозной урамында Hyundai Solaris менән Daf йөк машинаһы ҡот осҡос итеп төкөшә. Еңел машинала рулдә 26 йәшлек Өфө егете һәм пассажир - 33 йәшлек ир ултырған була.
ЮХХДИ-ла билдәләнеүенсә, еңел машиналағы водитель машинаға идара итә алмай ҡаршы һыҙатҡа килеп сыға. Бәрелеш шул тикелем көслө була, хатта йөк машинаһының кабинаһы әйләнеп китә, ә иномарка иҙелә. Hyundai кешеләре шунда уҡ вафат була. Шуныһы билдәле: йөк машинаһына Әлшәй районы кешеһе идара иткән.
Әле полиция хеҙмәткәрҙәре авария сәбәптәрен асыҡлай. Водителдәр, юлда хәүефһеҙлекте онотмаһаҡ ине, бигерәк тә боҙлауыҡлы, ҡарлы көндәрҙә.