Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
9 Ноябрь 2019, 14:10

"Күҙен" ҡыҫып, артынан әйҙәне..."

Ҡапҡа асыҡ тора ине. Эстә бер нисә автомобиль...

Өфөләге “Ватан” этнопаркында автомобилдәрҙә оҫта йөрөү буйынса ярыш ойоштороп, тәртипһеҙлек ҡылғандарҙың береһе тотолған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 3-нән 4 ноябргә ҡарай төндә бер нисә билдәһеҙ водитель ”Ватан” паркы амфитеатрында дрифт ойоштороп, газонды тапай, шаҡмаҡлап таш түшәлгән майҙансыҡты, ямғыр һыуы ағып төшә торған декоратив рәшәткәне емерә. Уларҙың был ҡылығы шунда ҡуйылған видеокамераға теркәлгән.
5 ноябрҙә юл-патруль хеҙмәткәрҙәре эш боҙған бер автомобиль хужаһын тотҡан, ул – баш ҡала колледждарының береһендә уҡыған студент. Йәш кеше “Дэу Нексия”-ла Конгресс-холл яғындағы тауҙан төшкән ваҡытта газонды боҙған. “Шул тирәнән үтеп барғанда майҙанға юл асыҡ ине, унда егеттәрҙең ҙур тиҙлектә төрлөсә хәрәкәттәр яһап күңел асҡанын күрҙек тә ҡарарға булып туҡталдыҡ. Эстә джип тора ине. Ул тауға менде, беҙгә лә ҡушылырға саҡырып сигнал бирҙе. Мин дә артынан эйәреп тауҙан төштөм. Был хәл ике тапҡыр ҡабатланды. Һаҡсы килеп сыҡҡас та киттек”, – тип хәлде аңлата ғәйепләнеүсе.
”Ошо көндәрҙә хакимиәт вәкилдәре менән берлектә килтерелгән зыян күләме билдәләнәсәк. Дәүләт автоинспекцияһы ҡалған тәртип боҙоусыларҙың шәхесен асыҡлай”, – тип аңлатма бирҙеләр ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән.
Видеонан скриншот.
Читайте нас