Тәгәрмәс
13 Ноября 2019, 09:30

Ҡабырғаһын һындырғансы йығылған...

Әммә страховка компанияһы был осраҡта пенсионерға компенсация түләүҙән баш тартҡан.

Баш ҡаланың Калинин районы суды страховка компанияһына юл-транспорт ваҡиғаһында ҡазаланған пассажирға страховка түләүен ҡапларға тигән ҡарар сығарған.

Асыҡланыуынса, 2018 йылдың ноябрендә Калинин районының Ульяновтар урамында пассажир автобусы водителе кинәт кенә тормозға баҫа, һөҙөмтәлә салондағы оло йәштәге пассажир ҡатын йығыла һәм ҡабырғаһын һындыра.
Аҙаҡ билдәле булыуынса, пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән ойошма "СОГАЗ" компанияһы акционерҙар йәмғиәтендә граждандар алдында яуаплылығын страховкалаған булған. Әммә страховка компанияһы был осраҡта пенсионерға компенсация түләүҙән баш тартҡан.
Тик ҡатын компанияға дәғүә белдереп, судҡа мөрәжәғәт итә. Суд ҡарары менән зыян күреүсегә страховка компанияһы 197 мең һум күләмендә компенсация түләргә мәжбүр булған.

Әлбиттә, был компания судһыҙ ҙа ул ҡатынға һәр яҡлап ярҙам итергә тейеш ине, тик улар башҡаса уйлаған, күрәһең.
Читайте нас