Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
29 Ноябрь 2019, 15:00

Фажиғәлә үлгән кешене кем талаған?

Ғаиләгә былай ҙа иҫ китмәле ҙур бәлә килгән. Яҡын кешеләр үлгән, атай ауыр хәлдә. Хәҙер иһә аҡса ла юҡ. Һүҙ ҙә юҡ, баш иҫән булһа аҡса табылыр ине, тик үлгән кешене талаусы нимә уйлай икән?

Ошо көндәрҙә республикала ҙур авария теркәлгәйне. Стәрлетамаҡ-Стәрлебаш автоюлында “Рено” менән “Шкода Фабия” автомобилдәре маңлайға маңлай бәрелешә. Һөҙөмтә ҡурҡыныс: “Рено”ла китеп барған ике ҡатын фажиғә урынында һәләк булды.
Бөгөн был кешеләрҙең кемлеге һәм үтә күңелһеҙ факттар билдәле булды.
“Рено”ла ғаилә ултырған. 54 йәшлек Клара А. исемле ҡатын ире һәм уның 80 йәшлек әсәһе менән яҡын кешеләрен ерләп ҡайтып килгән булған. Ҡапыл ҡаршыға килеп сыҡҡан машинаға 20 йәшлек егет идара иткән. Егеттең йәрәхәттәре әллә ни ауыр түгел, ә “Рено”лағы ир ауыр хәлдә реанимацияла. Уның ғүмере өсөн табиптар көрәшеүен дауам итә.
Яҡындарын күмеп ҡайтып килгән ғаиләнең үҙенең һәләк булыуы ҡот осҡос фажиғә. Туғандарына бер-бер артлы йәнә ерләү ойошторорға кәрәк. Әммә ҡурҡыныс яңылыҡтар бының менән генә бөтмәй әле. Клара ханымдың авария мәлендә үҙе менән сумкаһы, унда ҙур сумма аҡса булған. Туғандары әйтеүенсә, 35 мең һум аҡса алып ҡайтып килгән ул. Әле улар юҡҡа сыҡҡан.
– Әсәйем үҙе менән аҡса алып килә ине. Авриянан һуң полиция һәм табиптар ваҡиға урынын ҡарап сыҡҡас, уның әйберҙәрен бирҙеләр. Сумкала аҡса юҡ ине, – ти Клараның ҡыҙы Гөлназ.
Әле улар үлгән кешене кем таланы икән тигән һорауға яуап таба алмай. Туғандары Клараның машинаға аҡса менән ултырғанын аныҡ белә, ул бер ҡайҙа ла ҡалдырмаған.
Ғаиләгә былай ҙа иҫ китмәле ҙур бәлә килгән. Яҡын кешеләр үлгән, атай ауыр хәлдә. Хәҙер иһә аҡса ла юҡ. Һүҙ ҙә юҡ, баш иҫән булһа аҡса табылыр ине, тик үлгән кешене талаусы нимә уйлай икән?
Фото: bash.news
Читайте нас