Пермь крайының Уҫы районында кисә кис үлемесле юл-транспорт фажиғәһе була. Уларҙың беҙгә ни ҡағылышы тиһегеҙме? Был үлемесле аварияны Өфө кешеһе ойошторған. Һөҙөмтәлә дүрт кеше һәләк булаған.
Уҫы – Чернушки юлында була был хәл. “Киа Рио” автомобиленә 46 йәшлек яҡташыбыҙ идара итә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул хәүефһеҙ дистанцияны тотмай һәм йөк машинаһы аҫтына инеп китә яҙа. Ауыр машинаға төкөлмәҫ өсөн ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм унан килгән “Лада Калина” автомобиленә бәрелә. Юлдың ул урынында “уҙып китеү тыйыла” тигән билдә ҡуйылған була.
Һөҙөмтә бик ҡурҡыныс. Өс кеше ваҡиға урынында йән бирә. Тағы өсәүһен дауаханаға алып китәләр. Дауаханала йәнә бер пассажир вафат була.
Әйткәндәй, авариялы ғәйепле водитель үҙе әллә ни зыян күрмәй. Уға медицина ярҙамы күрһәтәләр ҙә, ебәрәләр.
Яҡташыбыҙға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әле уны ҡулға алғандар һәм һаҡ аҫтына ултыртҡандар. Ҡараңғы ваҡытта, ҡар яуып торғанда ҡайҙа ашыҡҡандыр? Уйламай башҡарған ҡылығы менән дүрт кешене теге донъяға ебәргән ир артабан нисек йәшәр?
Фото: Пермь крайы буйынса ЮХХДИ.