Тәгәрмәс
8 Декабря 2019, 14:20

“Бысраҡ аҡсалары кәрәкмәй, улар улымды ҡайтармай... “

"Ашығыс ярҙам" саҡыртаһы урынға, яралы ирҙе телефон камераһына төшөрөп тик торғандар...

Юл-транспорт фажиғәләре бик ҡурҡыныс, ауыр хәл. Йәшме һин, ҡартмы, баймы, ярлымы, ғәйеплеме-түгелме – бер нәмәгә ҡарамай, көтмәгәндә ғүмерҙәрҙе өҙә. Киләсәккә әллә ниндәй пландар ҡороп йөрөгәндә, ҡапыл бар нәмә селпәрәмә килә...
Әле быйыл йәй булған бер ошондай үлем осрағы тураһында яҙмаҡсымын. Бәләбәйҙә була ул. 23 йәшлек Павел исемле егет машинаһы боҙолоу сәбәпле туҡталҡала уны йүнәтә башлай һәм аҫтына инеп ята. Ошо ваҡытта трактор водителе килеп сыға һәм артҡа биргән саҡта бер нисә машинаны тапата. Машинаһы аҫтында ятҡан егетте иһә гаражға ҡуша ҡыҫа.
НТВ каналы хәбәр итеүенсә, ауыр техникаға идара иткән Игорь Акимов иҫерек булған. Ул эште ҙурға ебәрмәү өсөн егеттең әсәһенә илле мең һум аҡса тәҡдим иткән.
"Мин бер ҡасан да уларҙың бысраҡ аҡсаһын алмаямаҡмын. Нисек кенә ауыр булмаһын. Улым минең өсөн бөтөн донъя мәғәнәһе ине", - тигән Павелдың әсәһе.
Шуныһы, Акимов, иҫерек килеш рулгә ултырһа ла, был фажиғәлә үҙен ғәйепле тип һанамай. Тағы бер нәмә: экспертиза асыҡлауынса, Павел алған йәрәхәттәренән шунда уҡ үлмәгән. Ваҡытында “Ашығыс ярҙам” саҡырһалар, иҫән ҡалыр ине. Тик уны тапатҡан Акимов та, ваҡиға урынында туҡтаған шаһиттар ҙа быны эшләмәгән.
"Машиналар туҡтаған да, ярҙам итәһе урынға, яралы улымды ни бары телефон камераһына төшөрөү менән сикләнгән", - тип илай әсә кеше.
Әллә ниндәй заман килде: нимә булһа ла, телефонға төшөрәбеҙ. Кеше тураһында уйларға, ярҙам итергә кәрәк тә бит. Был егеттең кәләше, бәләкәй балаһы, ҡайғыға батҡан әсәһе ҡалған. Ә оятһыҙ ғәйеплеләр уны ни бары 50 мең һумға баһалай булып сығамы?
Фото: Башҡортостан ДТРК-һы.
Читайте нас