Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе ваҡытында мөһим темаларҙы урап үтмәне. Халыҡты борсоғандарҙың береһе – транспорт
– Өфөлә транспорт сифатлы буласаҡ, артабан үҫешәсәк. Был иҫәпкә, әгәр асыҡ һәм сифатлы эшләргә риза булһалар, шәхси ташыусыларҙы ла индерәбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Тураһын әйтәм, транспорт – беҙҙең сираттағы көрәш яланы. Мин был һуғышты башлаған саҡта нимәгә тотоноуымды яҡшы аңлай инем. Коррупциялы бандиттар системаһы менән эш итергә кәрәклеген дә белдем. Юҡҡа ғына “бында Техас түгел” тимәнем бит. Хәҙер барыһы ла артта ҡалды. Беҙ уңайлы автобустар һатып алдыҡ, “Башавтотранс”ты һөйрәп сығарҙыҡ. Профессионал водителдәр йыйҙыҡ. Тутыҡҡан “ПАЗик”тарҙы Өфө юлдарынан ҡыҫырыҡлап сығарабыҙ. Кемдер ярымлегаль маршруттарҙың бөгөн дә ҡалыуы тураһында әйтер. Һәм улар хаҡ. Уларҙы бер төн эсендә алып ташлап бөтөргә була, тик был эште тыныс, этаплап башҡарырға кәрәк. Сөнки, беренсенән, ниндәй ташыусылар, ниндәй автопарк менән беҙҙең баҙарға киләсәген белергә кәрәк. Икенсенән, унда ла кешеләр эшләй бит. Беҙгә уларға законға ярашлы эшләү мөмкинлеге бирергә кәрәк.
Был йәһәттән “Алға” транспор картаһы өҫтөнлөктәре, “Башавтотранс”тың көрсөктән сығып, яңы автобустарҙа эшләй башлауы тураһында әйтте төбәк етәксеһе. Хәҙер беҙҙә был дәүләт автобустары һәр бер районға йөрөй.
Транспорт темаһына ҡағылып Радий Хәбиров тағы шуны әйтте: яҡын арала Өфө ҡалаһы тирәләй транспорт ҡулсаһы төҙөләсәк.
– Барлыҡ йөк машиналарын Өфөнө урап ебәрәсәкбеҙ. Ҡала сите буйлап уңайлы электр поездары йөрөйәсәк, ул Мәскәү ҡулса тимер юлындағы кеүек буласаҡ. Ғөмүмән, юлдар өҫтөнлөклө бурыс. Ул кешенең уңайлығы йәки иҡтисад ҡына түгел, был тәү сиратта хәүефһеҙлек. Яҡшы юлдар кешегә ышаныс бирә. Быға аҡса йәлләмәйәсәкбеҙ. Быйыл Юл фонды барлыҡ рекордтарҙы үтте һәм 23 миллиард һум тәшкил итте. Беҙ Ағиҙел аша күпер төҙөйбеҙ, Көнсығыш юл буйынса эштәр дауам итә, Салауат Юлаев проспектының дауамын башларға торабыҙ, – тине ул.
Быйыл республикала 1,5 мең самаһы километр юлдар ремонтланған. 900 километр юлға ҡырсынташ һалынған. 50 километр автомобиль юлдары, биш күпер һалынған.