Тәгәрмәс
26 Декабрь 2019, 12:55

Яңы ҡуйылған камералар ҡайҙа урынлашҡан?

19 көйләнмәгән йәйәүлеләр юлында скаттар барлыҡҡа килде. Был яңы камералар йәйәүлеләрҙе үткәрергә онотҡан водителдәрҙе теркәйәсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәләрҙең береһендә республикала ҡуйылған барлыҡ яңы камералар тураһында халыҡҡа мәғлүмәт еткереп торорға ҡушҡайны. Ул камераларҙы штраф һалып кеҫә ҡалынайтыу өсөн түгел, ә кешеләрҙең ғүмерен һаҡлау өсөн ҡуйылғанына баҫым яһаны.
Беҙ Өфөлә ҡуйылған камералар исемлеген биргәйнек инде. 27 декабрҙән йәнә яңы фото- һәм видеотеркәү камералары эш башлаясаҡ.
Шулай итеп, 19 көйләнмәгән йәйәүлеләр юлында скаттар барлыҡҡа килде. Был яңы камералар йәйәүлеләрҙе үткәрергә онотҡан водителдәрҙе теркәйәсәк. Бынан тыш, юлдың 30 юғары тиҙлекле участкаһында яңы камералар урынлаштырылды. Иртәгәнән бөтәһе 62 комплекс эш башлай.
Бына уларҙың адрестары:
Менделеев урамы, 147;
Степан Кувыкин урамы, 100;
М. Кәрим урамы, 2 – Коммунистик урам, 49 киҫелешендә;
Сәғит Агиш урамы, 2Б;
Беренсе Май урамы, 30;
Беренсе Май урамы, 8;
Блюхер урамы, 1/1;
Дан бульвары, 9 менән Блюхер урамы, 40 киҫелеше;
Гагарин урамы, 38;
Әхмәтов урамы, 101;
Грибоедов урамы, 2 к. 1 (“Грибоедов” туҡталышы);
Урман техникумы урамы, 14 менән Комсомол урамы киҫелеше;
Королев урамы, 4;
Комсомол урамы, 153/1;
Гагарин урамы, 32;
Гагарин урамы, 36;
Трамвай урамы, 1/4;
Степана Кувыкин урамы, 1;
Рихарда Зорге, 76 менән Урман паркы юлы киҫелеше;
Интернациональ урам, 125;
Интернациональ урам, 28 к.3;
Беренсе Май урамы, 73;
Комаров урамы, 28/1;
Комаров урамы, 36;
Войков урамы, 14;
Юбилей урамы, 14/1;
Грибоедов урамы менән Энергетиктар урамы араһындағы автомобиль юлы;
Ғөбәйҙуллин урамы, 13;
Ферин урамы, 7;
СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 37;
СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 39/1;
С. Юлаев проспекты, 65;
С. Юлаев проспекты, 45;
С. Юлаев проспекты, 24;
Октябрь революцияһы урамы, 57/1;
Октябрь революцияһы урамы, 63А;
Өфө - Аэропорт автомобиль юлы, 8 км (“Ял” кафеһы);
Рәсәй урамы, 102/1;
Халыҡтар дуҫлығы проспекты, 42;
Әхмәтов урамы, 2/1;
Интернациональ урам, 91;
Төхвәт Йәнәби бульвары, 63;
Вологда урамы, 32;
Беренсе Май урамы, 87;
Гвардейская урамы, 10/1.
Фото: news102.ru
Читайте нас