Тәгәрмәс
4 Февраля 2020, 07:50

Имтиханды яңыса тапшырабыҙ

Водитель таныҡлығың бармы? Булһа, яҡшы. Булмаһа, күңелһеҙерәк яңылыҡ еткерәбеҙ. Хәҙер уны алыу ҡағиҙәләре үҙгәрә, һәм улар бер ни тиклем ҡатмарлаша.

Водитель таныҡлығың бармы? Булһа, яҡшы. Булмаһа, күңелһеҙерәк яңылыҡ еткерәбеҙ. Хәҙер уны алыу ҡағиҙәләре үҙгәрә, һәм улар бер ни тиклем ҡатмарлаша.


Шулай итеп, быйылдан танытма алыу өсөн имтихан тапшырған саҡта, ғәмәли өлөштән “майҙансыҡ” тигән этапты алып ташлаясаҡтар. Тик уны бөтөнләй тапшырмаясаҡһығыҙ тигән һүҙ түгел. Был һынауҙың элементтарын ҡала эсендә, хәрәкәт әҙерәк булған урындарҙа башҡарасаҡһығыҙ.


Был үҙгәрештәр быйыл 1 октябрҙән ғәмәлгә инәсәк. Водитель һөнәренә кандидаттар әлеге элементтарҙы башҡа транспорт саралары өсөн ябыҡ биләмәләрҙә йәки машиналар бик аҙ йөрөгән урындарҙа тапшырасаҡ. Хатта сауҙа комплекстары янындағы стоянкаларҙа ла тапшырылыуы ихтимал, ти белгестәр.


Боксҡа инеү, параллель парковка, сикләнгән урында боролоп сығыу кеүек һынауҙар ябыҡ биләмәләрҙә үткәреләсәк, ә көйләнгән һәм тимер юл киҫелешен үтеү, максималь рөхсәт ителгән тиҙлектә йөрөү кеүек элементтар ҡалала башҡарыласаҡ.


Бынан тыш, имтихандың маршруты ла үҙгәрәсәк. Әлеге кеүек ул алдан билдәле булмаясаҡ. Имтихан ҡабул иткән кеше маршрутта хәрәкәт йүнәлешен үҙе һайлаясаҡ.


Шулай уҡ имтихандың ғәмәли өлөшөн тапшырғанда, штрафлы балдар системаһынан баш тартыу күҙаллана. Быға тиклем биш штрафлы балл йыйған саҡта имтихан тапшырылмаған тип иҫәпләнә.


Яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә инеү менән водитель танытмаһын алыуға кандидаттар имтихан һөҙөмтәләре буйынса бәхәскә инеү хоҡуғын ала. ЮХХДИ-ла, был үҙгәрештәр водителдәрҙең оҫталығын баһалау сифатын яҡшыртасаҡ, тип иҫәпләйҙәр.
Читайте нас