Тәгәрмәс
14 Февраля 2020, 11:00

Начальник ришүәт менән тотолған

Благовар районынының ЮХХДИ бүлеге начальнигына ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Благовар районынының ЮХХДИ бүлеге начальнигына ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең оператив-эҙләү эшмәкәрлеге нигеҙендә, Благовар районының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы баш инспекторы ришүәт алғанда тотолған.
Асыҡланыуынса, былтыр ноябрҙә райондың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре цистерна тағылмалы “КамАЗ”ды туҡтатҡан. Транспорт сараһы коммерция предприятиеһыныҡы булған. Тикшергән ваҡытта автомобилдең тормоз системаһының эшлектән сыҡҡаны асыҡланған. Водитель административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, ә транспорт сараһы штраф туҡталҡаһына оҙатылған.
Артабан райондың ЮХХДИ начальнигына предприятие хеҙмәткәре мөрәжәғәт иткән, ул техник етешһеҙлекте бөтөрмәй генә “КамАЗ”ды алып китергә үтенгән. Подразделение етәксеһе бының өсөн матди бүләк талап иткән, унан инде транспорт сараһын йүнәтмәйенсә алып китергә була, тигән.
Һөҙөмтәлә ришүәт аҡсаһы начальник кеҫәһенә барып ятҡан. Әле намыҫһыҙ етәксегә ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған. Башҡортостан буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-лейтенанты Роман Деев та эске тикшереү үткәрергә ҡушҡан. Уның һөҙөмтәһе буйынса хеҙмәткәрҙе эштән бушатыу мәсьәләһе хәл ителәсәк.
Фото: images.aif.ru
Читайте нас