Тәгәрмәс
28 Февраля 2020, 13:00

Поезд бәрҙерә

Былтыр тимер юлы менән бәйле фажиғәләрҙә 25 кеше һәләк булған, һигеҙе йәрәхәтләнәгән.

Ғафури районында ҡот осҡос фажиғә теркәлә. Оло йәштәге ҡатынды йөк ташыусы поезд бәрҙерә. Тәүтикшереү асыҡлауынса, 84 йәшлек пенсионер тимер юлы аша сығырға була, әммә өлгөрмәй. Юғары тиҙлектә елгән поезды машинист туҡтата алмай. Зыян күреүсе ауыр йәрәхәттәрҙән фажиғә урынында йән бирә.
Стәрлетамаҡ транспорт прокуратураһы һәләкәт сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эше башланы. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда тимер юлына бәйле фажиғәләрҙең үҫеүе күҙәтелә. Былтыр 25 кеше һәләк булған, һигеҙе йәрәхәтләнгән. Үлем осраҡтарының төп сәбәбе – рөхсәт ителмәгән урындарҙа тимер юлы буйлап йөрөү.
Фото: bash.news
Читайте нас