Рәсәй ДОСААФ-ның Белорет автомобиль мәктәбендә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан "Автоледи-2020" конкурсы ойошторолдо.
Хәҙер гүзәл заттың күбеһенең автомобилдә йөрөүен иҫәпкә алһаҡ, бәйгелә еңеү өсөн көрәш бик еңелдән булмай. Бындай осраҡта һуңғы һүҙҙе оҫталар ҡуя. Шулай итеп, конкурста ҡатнашҡан ханымдар араһында Валентина Гниденкоға етеүсе юҡ әлегә - ул өсөнсө тапҡыр еңеүгә өлгәшә. Таксист булып эшләгән ҡатын "ЗИЛ-130" йөк машинаһы менән дә оҫта идара итә. Валентина Владимировна 2009 һәм 2010 йылдарҙа еңгән булған, ун йыллыҡ тәнәфестән һуң тағы ла ҡатнашып, уңышҡа өлгәште.
"Белоретта ошондай бәйгеләр тергеҙелеүенә бик шатмын. Улар даими уҙғарылыр тип ышанам. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа маҡтауға лайыҡ, бәйге шарттарын уңышлы атҡарып сыҡтылар. Уҙыштан үҙҙәре лә, беҙ ҙә, тамашасы ла ҙур ҡәнәғәтлек алды", - ти Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.