Бөтә донъяны ялмап алған коронавирус пандемияһы йәшәйешебеҙҙең бөтә өлкәләренә лә үҙгәрештәр индерҙе. Автоһәүәҫкәрҙәргә лә ҡағылған яғы бар уның. Быйыл апрель айында ил Президенты Владимир Путин 1 февралдән 15 июлгә тиклем файҙаланыу ваҡыты сыҡҡан документтарҙың ғәмәлдә булыу осорон оҙайтырға рөхсәт итте. Был коронавирус инфекцияһы таралмауға юл ҡуйыу, кешеләрҙе һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен яҡлау өсөн эшләнде.
Ошо ваҡыт арауығында водитель танытмаһының срогы сыға икән, уны 2020 йылдың 31 декабренә тиклем алмаштырмаҫҡа мөмкин. Әйткәндәй, был ҡағиҙә паспорттарға ла ҡағыла.
Дәүләт автоинспекцияһы кешеләрҙән “сабырһыҙлыҡ күрһәтеп” ваҡыты етеү менән тиҙерәк алмаштырмаҫҡа кәңәш итә. Документты алмаштырыр өсөн ваҡыт бар. Быны яйлап, Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша яҙылып та эшләргә мөмкин. Дәүләт автоинспекциялары ла кеше күпләп йыйылмаһын өсөн ҡабул итеү ваҡытын оҙайтты һәм эште тиҙләтеү маҡсатында хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы.
Мәғлүмәттәр буйынса, быйыл илебеҙҙә 1 февралдән 15 июлгә тиклем ике миллион самаһы водитель танытмаһы алмаштырылырға тейеш булған. Әле уларҙың 1,6 миллионы алмаштырылған.
Билдәле булыуынса, водитель таныҡлығының ҡулланыу ваҡыты – 10 йыл. Ғәмәлдән сыҡҡан документ менән автомобилгә идара итеү танытмаһыҙ идара итеүгә тиңләнә. Бының өсөн штраф күләме 5 меңдән 15 мең һумға тиклем. Моғайын, ошоно уйлап, күптәр документын ваҡытында алмаштырыу яҡлылыр.