Һеҙҙең автомобиль бензинда йөрөймө, әллә газдамы? Газдың арзаныраҡ, экологик яҡтан зыяны әҙерәк булыуын бөтәһе лә яҡшы белә. Шулай булғас, бәлки, яғыулыҡтың ошо төрөнә күсергә кәрәктер?
Әйткәндәй, Башҡортостан автомобилдәрҙе бензиндан газға күсереү сығымдарын субсидиялау буйынса дәүләт программаһы эшләй башлаған 23 төбәк исемлегенә ингән. Субсидия өлөшөн арттырыу “Энергия һөҙөмтәлелеге һәм энергетика үҫеше” дәүләт проектының “Газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү” ярҙамсы программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Программа теләгән һәр кешегә үҙенең техникаһын ҡиммәт булмаған һәм экологик яҡтан хәүефһеҙерәк тәбиғи газға (метанға) күсереү мөмкинлеге бирә, бының өсөн яңынан йыһазландырыу менән шөғөлләнгән ойошмаларға ташламалар ҡаралған. Ошо эште башҡарған ойошмаларға газ баллоны ҡорамалы хаҡы һәм уны урынлаштырыу хаҡының 1/3 өлөшө, ә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә 2/3 өлөшө субсидияланасаҡ.
Ташлама менән бер рәттән техника хужалары “Газпром”дан ярҙам да алыу мөмкинлегенә эйә. Был булышлыҡтың хаҡы автомобилде метанға күсереү хаҡының тағы 30 процентын тәшкил итәсәк. Ә инде газда йөрөгән автомобиль яғыулыҡты 50 проценттан ашыу экономиялау мөмкинлеге бирәсәк. Бынан тыш, Башҡортостан ҡануниәте буйынса, тәбиғи газда йөрөгән машинаға транспорт һалымына 50 процент ташлама бирелә.
Граждандар өсөн ташлама алыу бик уңайлы һәм тиҙ буласаҡ. Уның өсөн аккредитация үткән сервис үҙәгенә ғариза биреү етә.
Автомобилде бензиндан газға күсереү хеҙмәттәрен күрһәтеү буйынса әле Башҡортостанда ун ойошма бар. Улар бар талаптарға яуап бирә. Ошо ойошмалар аша эшләп, ташлама алып була.
2020 йылда дөйөм субсидия күләме 50,8 миллион һум тәшкил итәсәк, уның 88 проценты – федераль бюджеттан. Быйыл республикала 1389 транспортты йыһазландырыу күҙаллана. 2021 йылда был һан 2200-гә етергә тейеш.
Тағы шуны билдәләргә кәрәк, биш йыл дауамында республикала маҡсатлы рәүештә тәбиғи газды файҙаланыуҙы арттырыу сәйәсәте алып барыла. Әле Башҡортостанда коммерцияға ҡараған 15 автомобиль газ тултырғыс компрессор станциялары эшләй. Уларҙың бишәүһе – Өфөлә, Стәрлетамаҡ һәм Салауатта – икешәр. Шулай уҡ Күмертау, Октябрьский, Мәләүез, Сибай, Ҡырмыҫҡалыла, Мәскәү һәм Ергән ауылдарында бар. Киләһе йылдарҙа бындай заправкалар һанын бермә-бер арттырыу күҙаллана.
Был мәсьәләгә үҙ ҡарашын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров та белдерҙе. Ул был турала “Фейсбук”тағы сәхифәһендә яҙҙы.
“Әле Башҡортостанда ни бары 15 газ заправкаһы бар. Яңыраҡ ҡарар ҡабул иттек: уларҙың һанын тиҙ арала йөҙгә еткерергә кәрәк. Беҙ дәүләт һәм муниципаль транспортты газға күсереү буйынса төбәк программаһын яңынан ҡараныҡ һәм уны киңәйтергә ҡарар иттек.
Беренсенән, газ бензиндан арзаныраҡ, шуға күрә был программа халыҡҡа һәм бизнесҡа ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле төрө буласаҡ. Таксистар, йөк ташыусылар, фермерҙар, йәғни транспорт сығымдары күп булған эшҡыуарҙар беҙҙә байтаҡ. Республикабыҙ ҙур, юлдар оҙон, барып еткәнсе, күп яғыулыҡ яна.
Транспорт сығымдарының ғаилә бюджетына нисек тәьҫир итеүе тураһында аңлатып тораһы ла түгел. Беҙҙә бит бензинға хаҡ артыу менән аҙыҡ-түлек тә, башҡа тауарҙар ҙа ҡиммәтләнә, шуға күрә газға күсеү, иң кәмендә, хаҡтарҙы тоторға ярҙам итәсәк.
Бынан тыш, кешеләрҙең дә автомобилдәре бар һәм уларға ла яғыулыҡ кәрәк. Киң матбуғат сараларында Рәсәй Энергетика министрлығының фекере баҫылды. Ундағы иҫәпләүҙәр буйынса, газға күсеү һөҙөмтәһендә кешеләр йылына яғыулыҡҡа 100 меңдән 200 мең һумға тиклем экономиялай аласаҡ. Бөгөнгө ауыр ваҡытта бик шәп был.
Икенсенән, шуны ла онотмайыҡ, газ бензинға ҡарағанда экологик яҡтан да яҡшыраҡ. Әгәр беҙҙең ҡалаларҙа автомобилдән сыҡҡан газ кәмеһә, был бөтәһе өсөн дә яҡшы буласаҡ. Таҙа һауа – уңайлы тормоштоң мөһим өлөшө.
Беҙҙең газға күсеү программаһы быны теләгән һәр кемгә эшләү мөмкинлеге бирәсәк. Стимулдар, ташламалар, субсидиялар системаһы эшләнек. Бында улар тураһында яҙып тормайым, улар бик күп. Иң мөһиме – шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: Хөкүмәт һәр ваҡыт иҫке проблемаларҙы хәл итеүҙең яңы юлдарын эҙләй”, – тип яҙҙы ул.