Һинең машинаң ниндәй төҫтә? Бында, әлбиттә, һәр кемдең үҙ ҡарашы. Кемгә нимә оҡшай, тигәндәй. Ә бына белгестәр быны тикшергән һәм хатта статистика төҙөгән. Улар 2020 йылдың тәүге ярты йыллығы эсендә һатылған яңы һәм тотонолған автомобилдәр тураһындағы мәғлүмәтте өйрәнгән һәм илдең һәр төбәге буйынса һығымта яһаған.
Шулай итеп, көтөлгәнсә, Рәсәй кешеләре араһында иң популяр төҫ – ҡара. Ә илдең 13 төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда, Алтай крайында, Волгоград, Новосибирск, Омск өлкәләрендә ҡара түгел, ә аҡ төҫкә өҫтөнлөк биргәндәр икән. Силәбе өлкәһендә көмөш төҫөндәге машиналарҙы яраталар. Әйткәндәй, был төҫ тик унда ғына беренсе урын яулаған.
Иң популяр биш төҫ иҫәбенә, ҡара менән аҡтан тыш, көмөш, һоро һәм зәңгәр төҫ ингән. Бер йыл эсендә көмөш төҫөндәге машиналарҙың популярлығы кәмей төшкән. Былтыр ул илдең ун төбәгендә икенсе урын яулаһа, быйыл ни бары алты төбәктә генә. Алтай крайы, Ленинград өлкәһе, Һарытау һәм Свердловск өлкәләрендә көмөштән баш тартыусылар артҡан.
Зәңгәр машиналар бишенсе урында булһа, ҡыҙыл менән йәшел алтынсы һәм етенсе урынды яулаған. Ҡайһылыр өлкәлә ҡыҙылдарҙы нығыраҡ яратһалар, икенселәрендә йәшелгә өҫтөнлөк биреүселәр күберәк. Мәҫәлән, Алтай, Пермь крайҙары, Башҡортостан, Волгоград, Новосибирск, Омск, Һарытау, Ульяновск өлкәләрендә йәшел төҫтәгеләр ҡыҙылға ҡарағанда күберәк. Ә 14 төбәктә хәл киреһенсә, Краснодар һәм Красноярск, Мәскәү һәм Ленинград өлкәләрендә ҡыҙылға ҡыҙығалар.
Кузовтың күк төҫө илдә популярлыҡ буйынса унынсы урында. Ә ниндәй төҫтәрҙе рәсәйҙәр яратмай тип уйлайһығыҙ? Ул да булһа һары, ҡыҙғылт һары, ҡуйы ҡыҙыл һәм алһыу төҫтәр. Йылдың тәүге яртыһында бындай төҫтәге машиналарҙы дөйөм күләмдең ни бары бер проценты ғына һатып алған.