Иҫерек водителдәр – юлдағы иң ҙур бәләләрҙең береһе. Улар үҙҙәрен генә түгел, ғәйепһеҙ кешеләрҙе лә үлтерә. Республикала һуңғы айҙарҙа иҫеректәр ойошторған авариялар һаны артты. Бер юлы ике, өс кеше һәләк булған осраҡтар ҙа теркәлде, ә иң аяныслыһы – балалар ғүмере өҙөлдө.
Был йәһәттән эштәр алып барыла, әлбиттә. Аҙна һайын ЮХХДИ, махсус рейдтар ойоштороп, уларҙы ҡулға ала. Тик барыһын да тотоп бөтөп булмай шул...
Иҫерек килеш рулгә ултырғандарға ҡарата яза ҙур. Уларҙы 1,5 йылдан ике йылға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм итәләр, 30 мең һум күләмендә штраф һалалар. Бынан һуң да иҫерек килеш тотолһа, был осраҡта енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Әле иһә йәмәғәтселәр яңы тәҡдим индергән: иҫерек килеш рулгә ултырып, үҙең менән балаларҙы ла йөрөтһәң, таныҡлыҡ өс түгел, биш йылға тартып алынасаҡ. Бындай башланғыс менән “Хәүефһеҙлек өсөн” йәмәғәт хәрәкәте рәйесе Дмитрий Кудесов сығыш яһаған һәм тәҡдимен Рәсәй эске эштәр министры Владимир Колокольцевҡа ебәргән.
Иҫерек водителдең салонында өлкән кеше ултырһа, уға һалынған штраф күләме 60 мең һум булырға тейеш, тигән фекерҙә йәмәғәтсе. Шул уҡ ваҡытта таныҡлығын ике йылдан өс йылға тиклем ваҡытҡа тартып алырға тәҡдим итә.
Ә инде иҫерек водитель машинаһына балаларҙы ултыртһа, штраф 90 мең һум булырға һәм, үрҙә әйткәнсә, танытмаһынан биш йылға тиклем мәхрүм итергә тейештәр. Был үҙгәрештәрҙе Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.8 статьяһына индереү тәҡдим ителә.
Статистикаға ярашлы, былтыр илдә иҫеректәр арҡаһында 15 меңдән ашыу авария теркәлгән, уларҙа дүрт меңдән ашыу кеше һәләк булған һәм 20 меңе төрлө йәрәхәт алған.
Әйткәндәй, эскән килеш бала ултыртып йөрөткән автоһәүәҫкәрҙәр өсөн 50 мең һумлыҡ яңы штраф уйлап табылды. Яңы пункт Адми-нистратив хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 21.8 статьяһында барлыҡҡа килгән.
Статистика аяуһыҙ: бер тапҡыр эскән килеш тотолоп, танытмаһын алдырған кешеләр ҡабат-ҡабат эләгеүен дауам итә. Аҡыл менән аңламайҙар икән, бәлки, кеҫәһенә һуҡһа, иҫеректең ни ҡылғаны башына барып етер? Ышанғы килә лә бит...