Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
4 Сентябрь 2020, 13:33

Бензины ла кәрәкмәй

Киләсәк – электромобилдәрҙә, ти ҡайһы бер белгестәр. Ун йылдан һәр өсөнсө яңы автомобиль электрҙа йөрөйәсәк, тип тә ебәрәләр. Нисек булыр, оҙаҡламай күрербеҙ, күп ҡалманы.

Киләсәк – электромобилдәрҙә, ти ҡайһы бер белгестәр. Ун йылдан һәр өсөнсө яңы автомобиль электрҙа йөрөйәсәк, тип тә ебәрәләр. Нисек булыр, оҙаҡламай күрербеҙ, күп ҡалманы.


Бик күп билдәле автоконцерндар электро­мобилдәр етештерә. Был тәжрибәне Рәсәй компаниялары ла үҙләштерә башланы. Оҙаҡламай донъялағы иң арзан Рәсәй электрокары – Zetta һатыуға сығасаҡ. Был машина 550 мең һум торасаҡ, тип белдерә компанияның генераль директоры Денис Щуровский.


– Бизнес-планға ярашлы, электромобилдең база версияһы 550 мең һум торасаҡ. Ул экорежимда 180 километр араны зарядкаһыҙ үтә ала. Ошо уҡ хаҡлы Ҡытай электромобилдәре 100 километрға ғына иҫәпләнгән, – ти генераль директор.


Киләсәктә электромобилдәр хаҡтары буйынса ябай автомобилдәр менән ярыша аласаҡ. Айырыуса ҡала шарттарында уның энергия һаҡлау йәһәтенән һөҙөмтәлелеге юғары баһаланасаҡ, тип һанай етеште­реүселәр.


Zetta энергияның теләһә ниндәй сығана­ғынан да зарядка йыя ала – 220-380 ватлы розетканан йәки трансформаторҙан. Автомобиль һатыла башлағас, беренсе махсус зарядка станциялары Һамар өлкәһендә барлыҡҡа киләсәк. Аҙаҡ һәр ҡалаға килеп етер, тип планлаштырыла. “Уларҙы дөрөҫ итеп урынлаш­тырғанда, һәр ҡалаға өс-дүрт станция етәсәк”, – тигән фекерҙә Денис Щуровский.


Zetta электрокары ошо йыл аҙағында һатыуға сығыр тип көтөлә.
Читайте нас: