Яңы автомобиль алырға йыйынаһығыҙмы? Яуабығыҙ “эйе” икән, быны хәҙер үк эшләргә кәрәк. Белгестәр фекеренсә, яҡын арала машиналарға, шул иҫәптән ватан етештереүселәренекенә лә хаҡ артасаҡ.
– Дилерҙар апрель, май һәм ҡайһы берәүҙәре июнь айҙарында эшләмәне. Ә сикләүҙәрҙе алғас, кешеләр күпләп автомобиль һатып ала башланы. Июлдә, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, һатыуҙар һаны күпкә артты, – ти эксперт Игорь Моржаретто.
Коронавирус пандемияһы автомобиль баҙарына ла үҙгәреш индермәй ҡалманы, әлбиттә. Автомобиль етештереү бер ни тиклем ваҡытҡа туҡталып тороу сәбәпле, ҡайһы бер брендтар буйынса дефицит барлыҡҡа килде. Бында үҙебеҙҙең машиналар ҙа инә. Тик заводтар хәҙер яңынан тулы көсөнә эшләй, ҡайһы берәүҙәре өс смена хеҙмәт итә, шуға ҙур дефицит булыр тип көтөргә ярамай.
– Йыл аҙағына тиклем күҙаллауҙар яһау ауыр. Әле үк күренеүенсә, сауҙа яйға һалынды һәм, ғәҙәттәгесә, йыл аҙағына 20 процентҡа кәмейәсәк. Тик нисек кенә булмаһын, хаҡтар барыбер үҫәсәк, шуға күрә машина алыр өсөн әле иң ҡулай мәл, – ти эксперт.