Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
4 Сентябрь 2020, 13:31

“Матай”ыңды ҡысҡыртма!

Йылы көндәр, дөрөҫөрәге төндәр еттеме, башлана: тәҙрә төбөнән аҡыртып мотоциклдар тегеләй-былай “саба” башлай. Өфөлә ҙур урамдарҙа, айырыуса Октябрь проспектында һәм башҡа үҙәк урамдарҙа йәшәгәндәргә ауыр. Тынсыу төндәрҙә тәҙрә асыу мөмкин түгел, сөнки тауыш йоҡларға бирмәй. Ярар, быйыл мотоциклсылар миҙгеле тамамланып килә, тик йәй әйләнеп ҡайтыр бит.

Дәүләт Думаһы депутаттары ла был проблеманы белә һәм халыҡҡа ярҙам итергә булған, ахыры: улар артыҡ тауышлы мотоциклдар өсөн штраф күләмен арттырырға уйлай. Бындай тәҡдим менән пар­ламенттың экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Михаил Старшинов сыҡҡан.

Бөгөн бының өсөн штраф күләме 500 һум тәшкил итә, ә ваҡытында түләһәң – 250 һум. Депутат уны биш мең һумға тиклем күтәрергә кәрәк тигән фекерҙә. Уның фекеренсә, әлеге штрафтан фәтүә юҡ.

“Мәҫәлән, берәй кеше 30 мең доллар торған “Harley-Davidson” байкы алған, ти. Әлбиттә, ул һис ниндәй ауырлыҡһыҙ 250 һум аҡсаны түләй. Ә бына 500 һум урынына биш мең һум түләй башлаһа, ул уйланыр ине. Тимәк, штраф маҡсатҡа ярашлы булырға тейеш”, – ти Михаил Старшинов.

Ысынлап, ҡайһы бер мотоциклсылар үҙенең техникаһына тура сыҡҡан тауыш кәметкестәр ҡуйҙыра, улар двигателдең тауышын бөтөнләй кәметмәй. Һәм юлдарҙа автомобилдәр кәмеү менән, тимәк, төн еткәс, юлдарға сығалар һәм ҡыуыша башлайҙар.

Был тәҡдим ҡабул ителһә, бәлки, кистәрен ҡалабыҙ тынысыраҡ булып ҡалыр ине...
Читайте нас: