Тәгәрмәс
4 Сентябрь 2020, 08:27

Тормошто еңеләйткән ҡарар

Документтар юллау еңел эш түгел. Сират, күмәк кеше, стресс, аңлашылмаған ҡағыҙҙар... Был эште еңеләйтеү өсөн илдә әллә ҡасандан Күп функциялы үҙәктәр уйлап табылды. Ә хәҙер бында автоһәүәҫкәрҙәр өсөн дә үтә уңайлы хеҙмәт барлыҡҡа килде: үҙәк аша машинаны теркәргә рөхсәт бирелде.

Был турала Рәсәй Хөкүмәте сайтында хәбәр иттеләр. Ҡарарға илдең Премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

“Был сервис Күп функциялы үҙәк биләмәһенә Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү арҡаһында эшләй башлаясаҡ.

Машинаһын теркәткән кеше автомобилен күрһәткән саҡта ғына эш итәсәк. Ә ғаризаларҙы КФҮ хеҙмәткәрҙәре ҡабул итәсәк. Әҙер документтарҙы ла улар бирәсәк”, – тиелә документта.

Алдан киҫәтеп тә ҡуялар: был хеҙмәтте бөтә КФҮ-лә күрһәтмәйәсәк. Үҙәк биләмәһендә автоһәүәҫкәрҙәрҙе хеҙмәтләндереү өсөн кәрәкле инфраструктура булған осраҡта ғына ул мөмкин буласаҡ.

Яңы ҡабул ителгән был ҡарар дәүләт теркәүе процедураһын еңеләйтәсәк, транспорт сараһы хужаларының ваҡытын экономиялаясаҡ һәм Күп функциялы үҙәктәр күрһәткән хеҙмәттәрҙе киңәйтәсәк.
Читайте нас