Һис шикһеҙ, автомобиль бик уңайлы. Тормошобоҙҙо унһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Әммә автотранспорттың уңайһыҙлыҡ килтергән осраҡтары ла күп. Мәҫәлән, уҡшытыу, ҡоҫоу. Был проблема өлкәндәргә лә, бәләкәй балаларға ла таныш.
Күңел болғаныу тойғоһон еңеләйтеүҙең ысулдары күп. Һеҙгә уларҙың иң һөҙөмтәле алтауһын тәҡдим итәбеҙ.
Тәү сиратта автобуста йәки машинала дөрөҫ урынды һайларға кәрәк. Артта ултырған пассажирҙарға ҡыйыныраҡ, унда нығыраҡ һелкетә. Шуға күрә алға ултырыу хәйерлерәк. Ултырғысты аҫҡа тиклем төшөрөп ҡуйыу ҙа файҙалы булыуы бар. Автобуста иһә, уртаға ултырырға тырышығыҙ, сөнки, ғәҙәттә, уның алды ла, арты ла бер иш “һикерә”.
Икенсенән, юлға сыҡтығыҙ икән, гаджет һәм китаптарҙан баш тартығыҙ. Эш шунда, уларға текәлеп ултырған саҡта кеше тирбәлеүгә нығыраҡ бирешә, күҙ алдындағы һүрәт һикерә башлай һәм мейе тиҙерәк арый. Шуға аудиокитапҡа өҫтөнлөк бирегеҙ, ә ҡарашты тәҙрә артындағы йыраҡ объекттарға йүнәлтегеҙ. Бушҡа ғына диңгеҙ сәйәхәтселәренә сайҡалыу ваҡытында палубаға түгел, ә алыҫтағы офоҡҡа ҡарарға ҡушмайҙар.
Күңел болғаныуҙан кәнфит һәм һыу ҙа ярҙам итергә тейеш. Тап ошо сәбәпле самолетта осоп китер алдынан стюардессалар һура торған кәнфиттәр тәҡдим итә. Организм уҡшытыу тураһында “онота” һәм ғәҙәти аҙыҡ ҡабул итеү режимына күсеп китә. Шулай уҡ юлда цитруслы емеш-еләк тә ярҙам итә.
Тағы бер тәҡдим – кондиционер тоҡандырығыҙ. Беренсенән, был водителдең иғтибарлығы өсөн яҡшы: салонда ни тиклем һалҡын, ул шунса юлға иғтибарын арттыра. Иң яҡшы температура булып 19 градус иҫәпләнә. Кондиционер күңеле болғанған пассажирҙарға ла ярҙам итәсәк. Һалҡын һауа ағымын аяҡҡа йүнәлтеү һәйбәт, улай итһәң, организм тиҙерәк “уянып” китә.
Машинала йөрөүҙе бәләкәй балалар айырыуса ауыр кисерә. Был уларҙың вестибуляр аппаратының формалашып етмәүе менән аңлатыла. Уларҙы юлда артыҡ йонсотмаҫ өсөн бик күп дарыуҙар уйлап табылған. Ғәҙәттә уны юлға сығыр алдынан ярты сәғәт алда эсерәһең һәм тәьҫире биш-алты сәғәткә етә. Шулай уҡ балаларҙың иғтибарын башҡа нәмәгә йүнәлтеү кәрәк. Юлдағы машиналарҙы һанаһын, төҫтәрҙе атаһын һәм башҡалар. Ә бына телефон йәки китап бирмәгеҙ, был хәлде ҡатмарлаштыра ғына.
Һәм һуңғы кәңәш: сәйәхәт итеүҙең дөрөҫ режимын һайлағыҙ. Әгәр машинала балалар бар икән, һәр 45 минут һайын 15 минутҡа туҡтарға һәм балаларҙы сығарып әүҙем уйындар уйнатып алырға кәрәк. Был уларҙы күңелһеҙ тойғоларҙан ҡотҡара, оҙаҡламай тағы туҡтайбыҙ тигән уй кәйефтәрен күтәрә. Водитель һәр 4,5 сәғәт һайын туҡтап ял итергә тейеш. Ә бер тәүлектә 12 сәғәттән ашыу рулдә ултырыу зыян.