Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
7 Октябрь 2020, 17:00

Машинаң "электр"ҙа йөрөһә...

Пистолет урынына – вилкалы сым. Ә бакты тултырыу өсөн бер нисә минут түгел, ә кәмендә өс-дүрт сәғәт кәрәк. Булһын, был бит бушлай!

Пистолет урынына – вилкалы сым. Ә бакты тултырыу өсөн бер нисә минут түгел, ә кәмендә өс-дүрт сәғәт кәрәк. Булһын, был бит бушлай!
Кисә, 6 октябрҙә Нефтекама ҡалаһында электромобилдәрҙе заправкалау өсөн икенсе станция асылды. Уның беренсеһе “Польский городок” юл буйы комплексында эш башлағайны. Яңы системаны Швейцарияның АВВ корпорацияһы тәҡдим иткән.
Ҡорамалды етештереүсе компания вәкиле Александр Вакуров белдереүенсә, был станция яй зарядкалау станцияһы иҫәпләнә. Ябайыраҡ әйткәндә, алмаш токлы һәм ул төрлө ҡеүәттәрҙә эшләй. Станцияның ҡеүәте 4,6 киловатт, ҡеүәте 22 киловатҡа тиклем еткәндәре лә бар.
Электрокараның майын алмаштырыу кәрәкмәй. Ул талғын ғына хәрәкәтләнә, тауышһыҙ эшләй һәм тирә-яҡ мөхитте бысратмай. Шул уҡ ваҡытта күп ҡала һәм өлкәләрҙә транспорттың был төрөнә һалым да ҡаралмаған. Бындай машина хужалары белдереүенсә, электр энергияһын бензинға күсерһәң – бер литры 100 километрға етә. Шул уҡ ваҡытта ҡәҙимге автомобилдең бөтә өҫтөнлөктәре лә бар. Әлеге ҡорамал – был киләсәккә, инновация технологиялары үҫешенә бәләкәй генә, тик ышаныслы аҙым.
Читайте нас: