Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
23 Октябрь 2020, 13:20

Һатып алмай тороғоҙ...

Күңелһеҙ яңылыҡ еткерәбеҙ: һәйбәт торошло тотонолған автомобиль алырға булғанһығыҙ икән, саҡ ҡына һуңланығыҙ. Һуңғы ике-өс ай эсендә уларға хаҡ 10-15 процентҡа артҡан. Ғөмүмән, яҡшы машина табыу ҙур проблемаға әйләнә башлаған.

Күңелһеҙ яңылыҡ еткерәбеҙ: һәйбәт торошло тотонолған автомобиль алырға булғанһығыҙ икән, саҡ ҡына һуңланығыҙ. Һуңғы ике-өс ай эсендә уларға хаҡ 10-15 процентҡа артҡан. Ғөмүмән, яҡшы машина табыу ҙур проблемаға әйләнә башлаған.


Торошо һәйбәт булғандары тиҙ арала һатыла, һөҙөмтәлә әле тәҡдимдәр һаны өстән бер өлөшкә кәмегән. Баҙарҙа үтмәҫтәре күп, шуға күрә машина алған саҡта бик һаҡ булырға кәңәш бирә белгестәр.


Эксперттар белдереүенсә, әле икенсел баҙарҙа автомобилдең уртаса хаҡы 543 мең һум тәшкил итә. Әгәр машинаның торошо яҡшы икән, ул иғлан сығыуҙың тәүге ете көнөндә һатыла.


Быға тиклем автосалондарҙа “трейд-ин” схемаһы буйынса сауҙа яҡшы барҙы. Яңы машина алған саҡта кеше иҫкеһен салонға тапшыра һәм бының өсөн ташлама ала ине. Тик быйылғы көрсөк арҡаһында, яңы машиналар һатыу һәм шул иҫәптән трейд-ин буйынса иҫке автомобилде ҡабул итеү кимәле ҡырҡа кәмегән. Һөҙөмтәлә дилер тәҡдимдәре быйыл өсөнсө кварталда, былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда, 29 процентҡа аҙайған.


“Коронавирус пандемияһына бәйле көрсөк яңы автомобилдәрҙе һәм тотонолғандарын һатыуға ҙур үҙгәреш индерҙе һәм кире йоғонто яһаны. Дилерҙарҙа машиналар дефициты барлыҡҡа килде, һумдың курсы төштө. Быларҙың барыһы ла икенсел баҙарҙа хаҡтарҙың артыуына килтерҙе. Дүр­тенсе кварталда хәлдәр нисек булыр, әлегә әйтеүе ауыр, шулай ҙа киләһе йылға тиклем барыһы ла тотороҡланыр тип өмөтләнмәҫкәлер”, – тигән “Дром”­дың аналитигы Игорь Олейников.


Ихтыяждың юғары булыуы баҙарҙа насар сифатлы машиналарҙың артыуына килтергән. Элек улар ҙур ташлама менән һатылһа, хәҙер тәҡдимдең кәмеүенән файҙаланып, уларға ла хаҡты арттырғандар. Бындай тауарҙы башлыса алыпһатарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр һата. Улар насар сифатлы машиналарын ҡиммәт хаҡҡа “осорорға” тырыша.


“Бөгөн һәйбәт вариант табыуы ауыр. Бик күп машиналарҙың үткән юл күр­һәткесен кирегә бороп, алдайҙар, бәрелгән-ватылғандарын буяп, йүнә­теп һаталар, быға тиклем таксиҙа эшләп, ҡаҡшаған машиналарҙы ла тығып ебәрергә тырышалар. Шулай уҡ сикләүҙәре булған, шикле варианттар эләгеүе лә ихтимал. Ҡыҫҡаһы, әлеге ваҡытта машинаны бик ипләп, һайлап, тикшереп кенә алырға кәрәк. Ә мөмкинлек бар икән, бөтөнләй кисектереп тороғоҙ. Оҙаҡламай барыһы ла тәртипкә килергә тейеш”, – ти эксперт.


Фото: autoreview.ru
Читайте нас: