Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
23 Октябрь 2020, 13:25

Автомобилгә айына күпме аҡса китә?

Көндәлек тормошта сығымдарыбыҙ бик күп: кредиттар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләү, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым алыу, күңел асыу өсөн түләү... Автомобиле булған кешеләрҙең уны тәртиптә тотоу һәм хеҙмәтләндереү өсөн айырым сығымдары ҡаралған. Бында ремонтлау, хеҙмәтләндереү, йыуыу һәм башҡалар инә. Ә ғаиләлә ике һәм унан да күберәк машина булһа, сығымдар ҙа артасаҡ.

Ошо көндәрҙә “РГС Банк” 3348 кеше араһында һорау алыу үткәргән. Асыҡланы­уынса, Рәсәй ғаиләләренең 47 процентында кәмендә бер машина бар. Уларҙың 59 процентында бер автомобиль, 26 процентта – икәү һәм 15 процентында өс һәм унан да күберәк машина.

Һәр ғаилә машинаһын хеҙ­мәтләндереү өсөн төрлө ки­мәлдә аҡса тотона. Кеше­ләрҙең 43 проценты “тимер аты” өсөн айына биш мең һумға тиклем аҡса сығара. 19 про­центының биш мең һумдан ун мең һумға тиклем аҡсаһы китә, 11 процент – 10-15 мең һум, 16 процент – 15-20 мең һум һәм 12 процент 20 мең һум тотона.

Иң һаҡсыл кешеләр Ростов өлкәһендә йәшәй, автомобиль өсөн иң күп аҡсаны Мәскәү һәм Санкт-Петербург халҡы сарыф итә.
Читайте нас: