Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
26 Ноябрь 2020, 14:10

Ә һеҙ беләһегеҙме?

Ҡыҙсыҡҡа ни бары дүрт кенә йәш. Уның исеменә ҡиммәтле Mercedes-Benz E 250 автомобиле теркәлгән һәм...

Республикалағы иң йәш автомобиль хужаһына ни бары дүрт кенә йәш. Был хаҡта һалым органдары мәғлүмәттәренә таянып, “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Ведомствола белдереүҙәренсә, һүҙ ҡыҙ бала тураһында бара. Уның исеменә затлы Mercedes-Benz E 250 автомобиле теркәлгән. Әйткәндәй, мөлкәт хужаһы бәлиғ булмаған бала булһа, һалым түләү бурысы уның законлы вәкилдәренең – ата-әсәһененең йәки опекундарының, уллыҡҡа алыусыларҙың, попечителдәрҙең иңенә ята.
Шулай уҡ Һалым хеҙмәтендә республикала иң оло автомобиль хужаһының кем икәнлеген дә беләләр. Һүҙ Дүртөйлө районында йәшәгән 96 йәшлек бабай хаҡында бара. Ул өс ишекле “Нива” автомобиленә хужа. Пенсионерҙың льготаһы бар һәм ул мөлкәте өсөн һалым түләүҙән азат ителгән.
Фото: image.freepik.com
Читайте нас: