Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
3 Декабрь 2020, 14:00

Даниил Квят үлемдән саҡ ҡалған

Ошо көндәрҙә Бахрейнда мәртәбәле бәйге ойошторолдо. Сәғәтенә 200 километр тиҙлек менән барған “тимер ат”тар...

Рәсәй автоуҙышсыһы Даниил Квят – ысын мәғәнәһендә ғорурлығыбыҙ. Өфө егете, сағыштырмаса йәш булыуына ҡарамаҫтан, тиҙ арала донъя кимәлендә билдәлелек яуланы. “Формула-1” турнирында сығыш яһаған яҡташыбыҙ 2013 йылда GP3 серияһында чемпион исемен яулағайны.
Ошо көндәрҙә Бахрейнда мәртәбәле бәйге ойошторолдо. Старт бирелеүгә күп тә үтмәне, француз Ромен Грожан Даниил Квят менән бәрелеште. Сәғәтенә 200 километр тиҙлектә барған “тимер ат”тарҙың төкөшөүен күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы?
Шул уҡ автоуҙышта Канада спортсыһы Лэнс Стролл менән Даниил Квяттың машинаһы йәнә төкөшкән, үҙ сиратында, ул түңкәрелгән. Белгестәр тәүге бәрелештә спортсыларҙың саҡ үлемдән тороп ҡалыуы тураһында белдергән.
Был юлы уңыш йылмаймаһа ла, Даниил Квят һис кенә лә күңелен төшөрмәй. Иң мөһиме, яҡташыбыҙҙың сәләмәтлегенә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай.
Фото: photos.rg.ru
Читайте нас: