Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
18 Декабрь 2020, 13:19

Һаҡ булығыҙ

Ни өсөн заправкалау станцияларында бензинды пластик шешәләргә ҡоймайҙар? Яғыулыҡлы канистраны салонда йөрөтөргә яраймы һәм бының өсөн нимә була? Эйе, юл йөрөгәндә запас бензин кәрәк, ә яҡын-тирәлә АЗС-тың булмауы ла ихтимал. Тик беҙҙең илдә яғыулыҡты ташыу һәм уның күләме буйынса регламенттар бар.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең 23.5 пунктына ярашлы, хәүефле йөк ташыу (улар иҫәбенә бензин да инә) Транспорт министрлығы тарафынан раҫланған махсус ҡағиҙә буйынса тормошҡа ашырыла. Ул ташыуҙы коммерция нигеҙендә башҡарған ойошмалар менән шәхси эш­ҡыуарҙарға ҡағыла. Ябай води­телдәргә килгәндә, яғыулыҡтың күләмендә сикләү бар.

Шулай итеп, Халыҡ-ара юл ташыуы тураһындағы Европа киле­шеүе талаптарына ярашлы, 333 литр бензин йәки 1000 литр дизель яғыулығы күсерергә рөхсәт ителә. Тик бындай ҙур күләмдәр өсөн ябай канистра бармай, махсус һауыттар кәрәк. Ә канистра менән автомобилдә 60 литрға тиклем генә яғыулыҡ йөрөтөргә ярай.

Тимәк, кузовҡа тыныс күңел ме­нән өс бочка йәки 20-шәр литр­лыҡ өс канистра бензин тейәй алаһығыҙ. Тик уны ышаныслы итеп беркетергә онотмағыҙ. Күләм рөхсәт ителгәндән артһа, 2000-2500 һумлыҡ штраф һалыуҙары йәки дүрт айҙан алты айға тиклем ваҡытҡа таныҡлығығыҙҙы алыу­ҙары ихтимал.

Шуныһын да онотмағыҙ: әгәр пластик йәки полиэтилен шешә менән заправкаға барһағыҙ, һеҙгә яғыулыҡ ҡоймаясаҡтар. Пластик һәм быяла статик электрҙы туплау һәләтенә эйә, һәм унан осҡон сығыуы ихтимал. Ә осҡондоң бензин янында ниндәй ҡурҡыныс менән янауы тураһында әйтеп тороу кәрәкмәй ҙә. Шуға күрә АЗС-ҡа металл канистра менән йөрөгөҙ.
Читайте нас: