Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
18 Декабрь 2020, 13:20

Фарҙар таҙа булһын тиһәң...

Көҙ-ҡыш еттеме, автоһәүәҫкәрҙәр өсөн күп проблемалар башлана. Уларҙың береһе – фарҙарҙың тиҙ арала бысраныуы. Яҡтылыҡ баҙыҡлана, ошо сәбәпле юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеү ҡурҡынысы арта. Ҡайһы бер заманса автомобилдәр махсус йыуҙыртҡыстар һәм быялы йыуғыстар менән ҡорамалландырылған. Тик күптәрендә ул юҡ, ә бысраҡ юлдарҙан ҡараңғы ваҡытта йөрөргә кәрәк.

Йыш ҡына туҡтап даими рә­үештә фарҙарҙы һөртмәҫ өсөн тәжрибәле водителдәр уларҙы һыуҙы этәреүсе средство менән эшкәртергә тәҡдим итә. Бысраҡ һыу быялаға йәбешеп ҡалмай ағып төшәсәк. Автомобиль магазиндарында һатылған махсус һаҡлау саралары ла бар. Тик ҡайһы бер саҡта ҡул аҫтында булған нәмәләр менән дә проблеманы еңергә була. Бына бер нисә ябай ысул.

Күптәр ҡыш көнө аяҡ кейемен һыуҙан һаҡлай торған аэрозолдәр ҡуллана. Эксперттар белдереүен­сә, уны фараға һиптерергә лә мөмкин. Тәүҙә быяланы иреткес менән һөртөргә, аҙаҡ күп кенә итеп аэрозоль һиптерергә кәрәк. Унан һуң фараларҙы таҙа сепрәк менән һөртөгөҙ. Бындай ысул бер нисә көнгә етәсәк.

Тағы бер үҙаллы эшләп була торған ысул тураһында һөйлә­мәксебеҙ. Кер йыуыу өсөн ҡул­ланылған кондиционерҙы ярты ҡапҡас ҡойоп алығыҙ һәм 500 мл һыу менән ҡатнаштырығыҙ. Уны шулай уҡ майҙан таҙартылған быялаға һиптерәһең. Улда бер нисә көнгә етергә тейеш. Тик машинағыҙҙы йыуһағыҙ, һаҡлау сараһы ла йыуылып төшәсәк.

Ҡатмарлыраҡ бер ысулды ла өйрәтеп ҡуяйыҡ. Уның өсөн стеаринлы шәм һәм уайт-спирит кәрәк. Стеарин киҫәген иреткескә һа­лырға һәм төнгөлөккә ябыҡ быяла шешәлә ҡалдырырға кәрәк. Килеп сыҡҡан ҡушымта менән быяланы эшкәртергә, ә кипкәс йомшаҡ сепрәк менән һөртөргә. Шул уҡ ваҡытта белгестәр киҫәтә: галогенлы фаралар өсөн был ысул бармай: улар эшләгән саҡта ныҡ йылына һәм балауыҙ шекәрәһе тиҙ арала ағып төшә.
Читайте нас: