Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
18 Декабрь 2020, 13:15

Медицина белешмәһенә хаҡ артырмы?

Былтырғы көҙ булған мәхшәрҙе хәтерләйһегеҙме? Водитель таныҡлығын беренсе тапҡыр алыу, уны ун йыл үткәс алмаштырыу һәм алдыртҡандан һуң кире юллау өсөн бирелгән медицина белешмәләренә хаҡтар ун тапҡырға артырға тейеш ине. Ошо сәбәпле ҡот осҡос сираттар барлыҡҡа килде. Кешеләр элекке хаҡтар буйынса справка алып ҡалырға тырышты.

Былтырғы көҙ булған мәхшәрҙе хәтерләйһегеҙме? Водитель таныҡлығын беренсе тапҡыр алыу, уны ун йыл үткәс алмаштырыу һәм алдыртҡандан һуң кире юллау өсөн бирелгән медицина белешмәләренә хаҡтар ун тапҡырға артырға тейеш ине. Ошо сәбәпле ҡот осҡос сираттар барлыҡҡа килде. Кешеләр элекке хаҡтар буйынса справка алып ҡалырға тырышты.


Ул саҡта илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ғәмәлдәге нормаға үҙгәрештәр индерергә ниәтләүе тураһында белдергәйне. Документҡа ярашлы, водитель таныҡлығы алған саҡта мотлаҡ рәүештә яңы тест тапшырырға кәрәк. Был тест “хроник алкоголиктарҙы” асыҡларға ярҙам итергә тейеш ине.


Күҙаллауҙар буйынса, медицина хеҙмәткәр­ҙәре водителлеккә кандидаттың ҡанын алып, уны CDT-маркер (дефицитлы трансферринкарбогидраты) булыу-булмауына тикшерергә тейеш. Әгәр был маркер билдәле бер концентрацияла асыҡланһа, тикшереүселәр дәғүәсене хроник алкоголизмда ғәйепләй ала. Бындай кешеләр артабан наркодиспансерҙа ентекләп тикшерелергә тейеш булыр ине. Әммә был маркерҙың булыуы, мәҫәлән, бауыр сире тураһында ла һөйләүе ихтимал. Ҡыҫҡаһы, хәлде асыҡлағансы, дауахана тупһаһын оҙаҡ ҡына тапарға тура киләсәк, кеҫәгә нисек һуғыуы тураһында ла күҙаллап була.


Эйе, бер яҡтан, һәр бер буласаҡ водителде улай ентекле тикшереү насар ҙа түгел кеүек. Тик был тест һөҙөмтәлә медицина справкалары хаҡында сағылыш табылыр ине. Сағылыш ҡына түгел, ә яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса справканың хаҡы 10 тапҡырға артырға тейеш. Тәүҙә яңы ҡағиҙә 2019 йылдың 22 ноябренән ғәмәлгә индереләсәк, тинеләр. Тап ошо дата алдынан кешеләр ҙур сираттар булдырып, иҫке хаҡтар буйынса медицина справкалары алып ҡалырға өлгөрөргә теләне. Һөҙөмтәлә властар яңылыҡты ҡаты тәнҡитләне һәм документты яңынан ҡарарға булдылар.


Быйыл йәй аҙағында, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был тесты эшләүҙән бөтөнләй баш тартҡан, тигән хәбәр таралды. Тик үҙгәрештәр барыбер көтөлә ине: CDT-маркер концентрацияһын асыҡлау урынына, психиатр-нарколог әгәр кешелә транспорт сараһы менән идара итеүҙә ҡаршылыҡ тыуҙырырҙай симптомдар йәки сир синдромдары күрһә, уның өсөн лабораторияла ҡан һәм бәүел анализын билдәләргә тейеш. Был исемлеккә психик сирҙәр, шизофрения, эпилепсия, ике күҙҙең дә һуҡыр булыуы, аҡыл яғынан артта ҡалыу, психоактив матдәләр ҡулланыуҙан барлыҡҡа килгән үҙеңде тотош насарайыуы инә.


Был үҙгәрештәр индерелһә, медицина белешмәһе хаҡы артамы, юҡмы – был турала хәбәр булманы. Яңы үҙгәрештәр 2021 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инергә тейеш ине. Һәм бына яңыраҡ ҡына асыҡланыуынса, был үҙгәрештәрҙе тағы бер йылға кисектерҙеләр. Ул кешеләрҙең күпләп министрлыҡҡа мөрәжәғәт итеүенә бәйле.


Тимәк, бер йылға йәнә тынысланырға була. Билдәле булыуынса, әле транспорт сараһы менән идара итеүгә ҡаршылыҡ юҡ тигән медицина справкаһын водителдәр ун йылға бер тапҡыр ала. Тик йыл башында килеп сыҡҡан мәғлүмәт буйынса, өлкән йәштәге водителдәрҙән тикшереүҙе йышыраҡ үтеүҙе талап итеүҙәре ихтимал. Әгәр талап ҡабул ителһә, 55 йәштән өлкәндәр биш йыл һайын, 60-тан өлкәндәр өс йылға бер белешмә яңыртып торорға тейеш буласаҡ.


Һеҙҙеңсә, был саранан фәтүә булыр инеме?
Читайте нас: