Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
18 Декабрь 2020, 13:18

Ҡышын яғыулыҡты нисек экономияларға?

Тәжрибәле автоһәүәҫкәрҙәр белә: ҡыш еттеме, яғыулыҡ күберәк тотонола башлай. Быға двигателде, салонды йылытыу, төрлө электр йылытҡыстары эшләүе, хатта юлдар торошо ла йоғонто яһай. Баҡһаң, дөрөҫ итеп эшләгәндә, яғыулыҡ сығымдарын кәметеүгә өлгәшеп була икән.

Беренсенән, сығымды кәметеү өсөн двигателде оҙаҡ ваҡыт йы­лытмағыҙ – кузовтан ҡар таҙарт­ҡан ваҡыт етә. Шул уҡ ваҡытта хәрәкәтте башлау менән ҡапыл тиҙлек йыймағыҙ.

Икенсенән, кузовта булған бөтә ҡарҙы ла таҙартып төшөрөгөҙ, шулай итһәң, автомобиль еңеле­рәк була һәм һауаның ҡаршылығы кәмей.

Тағы бер кәңәш – шиналағы һа­уа баҫымын даими тикшереп то­роғоҙ, һалҡын ваҡытта ул түбә­нәйә. Түбән баҫым шыуып ба­рыуға ҡаршылыҡ килтерә һәм яғыулыҡ тотоноу арта.

Йәбешкәклеге кәмерәк булған мотор майын файҙаланыу ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Шулай уҡ авто­юрған менән ҡулланыу ҙа яғыулыҡ экономиялауҙа ярҙам итә, сөнки ул йылытыуҙы тиҙләтә һәм ҡыҫҡа ваҡытҡа туҡтағанда мотор­ға һыуынып өлгөрөргә бирмәй.

Ҡышын автомобилдән артыҡ нәмәләрҙе алып ҡуйығыҙ. Мә­ҫәлән, тотонмайһығыҙ икән, ҡы­йыҡ­тағы багажникты алып то­роғоҙ. Һуңғы кәңәш иһә йөрөтөү манера­һына ҡағыла. Талғын, буксовать итмәй һәм кәрәкмәгән урында тиҙлекте арттырмай ғына йөрөһәң, яғыулыҡ та оҙаҡҡараҡ етәсәк.
Читайте нас: