Һәр илдең үҙенә генә хас закондары булған һымаҡ, юл ҡағиҙәләре лә төрлө. Әлбиттә, ҡайһы бер ҡағиҙәләр, мәҫәлән, пассажирҙарҙың һәр береһе ҡайыш тағырға тейешлеге, юл тиҙлеге режимын үтәү – барыһына ла уртаҡ. Әммә ҡайһы бер илдәрҙә хәтәр ҡыҙыҡлы ҡағиҙәләр осрап ҡуя. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Һәр бер машинаның тәҙрә таҙартҡысы булырға тейеш. Автомобилдә тәҙрә булһа, булмаһа ла.
* Швейцарияла машиналарҙы йәкшәмбе көнө йыуыу тыйыла. Шулай уҡ был илдәге Церматт ҡалаһына яғыулыҡта эшләгән автомобилдәрҙә инергә ярамай. Бының өсөн штраф алырға йәки бөтөнләй таныҡлыҡһыҙ ҡалырға мөмкин.
* Данияла автомобилде ҡабыҙыр алдынан уның аҫтында йәнлек йәки бомба юҡлығын мотлаҡ тикшерергә кәрәк.
* Финляндияла аныҡ ҡына штраф суммалары бөтөнләй юҡ. Ул һан һуңғы декларацияланған килемгә бәйле. Мәҫәлән, бер бизнесменға 170000€ штраф түләргә тура килгән.
* Кипрҙа ла ҡыҙыҡлы юл хәрәкәте ҡағиҙәләре бар. Руль артында ашарға ғына түгел, хатта һыу эсергә лә ярамай, сөнки был аварияға килтереүе ихтимал.
* Испанияла күҙлек кейгән водителдәр машиналарында запас күҙлек йөрөтөргә тейеш.
* Мексикала ишәк шәхси транспорт һанала. Шуға күрә ишәкте эйәрләр алдынан танытма алыу мотлаҡ. Танытмала водителдең генә түгел, ишәктең дә фотоһы булырға тейеш.
* Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләре “ҡара мөһөр” менән көйләнә. Йыл эсендә 24-тән артыҡ “мөһөр” алһаң, водитель танытмаһынан ҡолаҡ ҡағасаҡһың һәм енәйәт яуаплылығына тарттырылыуың ихтимал.
* Теннесси штатындағы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен уҡып, аптырауға ҡалаһың. Унда автомобилдә юл барышы ваҡытында киттарға атырға ярамай. Ләкин шуны әйтергә кәрәк: был штат тулыһынса ҡоро ерҙә урынлашҡан. Унда диңгеҙ ҙә, океан да юҡ. Тимәк, штат территорияһында бер ҡасан да киттарҙың булғаны ла юҡ.
* Японияла, башҡа күп илдәрҙә кеүек үк, руль артына яңы ултырыусылар автомобилгә махсус тамға ҡуйырға тейеш. Беҙҙә ундай тамға өндәү билдәһе булһа, Японияла – йәш үҫенте. Шулай уҡ 75 йәштән уҙғандар өсөн дә махсус тамға бар. Оло йәштәгеләргә был тамғаны ҡуйып йөрөү мотлаҡ шарт.
* Ҡытайҙа, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге һымаҡ уҡ, штрафлы мәрәйҙәр ҡаралған. Әгәр ҙә водитель йыл эсендә 12 һәм унан артығыраҡ мәрәй йыя икән, таныҡлыҡһыҙ ҡаласаҡ. Шулай уҡ бында водитель йәйәүлеләрҙе үткәрергә тейеш түгел. Йәйәүлеләр янынан үткәндә хатта тиҙлекте яйлатырға ла тыйыла.
* Сәғүд Ғәрәбстаны бөтә донъяға ҡаты патриархаль ил булыуы менән билдәле. Ләкин киләһе фактты күптәр белмәй: был илдә ҡатын-ҡыҙҙар бер ниндәй ҙә транспортта йөрөй алмай. Хатта велосипедта ла.