Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
22 Апрель 2021, 22:45

Юлдарға һыҙаттар һала башлайҙар

Башҡортостандағы федераль трассаларҙың 260 мең квадрат метрында юл һыҙаттарын яңыртасаҡтар.

Башҡортостандағы федераль трассаларҙың 260 мең квадрат метрында юл һыҙаттарын яңыртасаҡтар. Тәү сиратта юҡҡа сыҡҡандарын тергеҙәсәктәр, һуңынан Өфөгә ингән һәм уны урап үткән юлдарға һыҙаттар һалынасаҡ.
“Приуралье” юл идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был эштәр транспорт ағымының әүҙемлегенән сығып башҡарыласаҡ. Был ваҡытта юлды тулыһынса япмаясаҡтар. Һыҙаттарҙы һыҙыу өсөн сифатлы материалдар файҙаланыла. Уларҙың составына юлды сағылдырыусы элементтар инә, тимәк, һыҙаттар ҡараңғы ваҡытта яҡшы күренәсәк.
“Эштәр бер нисә этапта һәм тик яҡшы һауа шарттарында ғына башҡарыла. Октябрь уртаһына тиклем тамамлау планлаштырыла. Һыҙаттың хеҙмәт итеү ваҡыты - бер йыл. Транспорт ағымы көслө булған ерҙә ул юйыла икән, яҡшы һауа шарттарында яңынан һаласаҡтар”, – тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Фото: “Приуралье” юл идаралығы.
Читайте нас: