Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
17 Май 2021, 16:00

Машинаңды газонға ҡуйырға яратһаң...

Административ комиссияның маҡсаты штраф йыйыуҙа түгел, ә машина йөрөтөү мәҙәниәтен булдырыуҙа.

Быйыл ғинуарҙан алып 14 майға тиклем Башҡортостанда 5706 газонға машина ҡуйыу осрағы теркәлгән. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле һөйләне.
– 3676 кешегә ҡарата протокол төҙөлдө, 2422 автомобиль милексеһе яуаплылыҡҡа тарттырылды, – тине ул.
Шулай итеп, ғинуар-май эсендә штрафтар күләме 2 миллион 604 мең һум тәшкил иткән. Владимир Спеле һүҙҙәренә ҡарағанда, иң күбе газон өҫтөнә Өфөнөң Калинин, Орджоникидзе һәм Совет райондарында йәшәгән кешеләр "менергә ярата”. Икенсе урында – Күмертау, өсөнсө урында – Стәрлетамаҡ ҡалалары. Был статья буйынса законды иң аҙы Межгорье ҡалаһында боҙалар икән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенмә, административ комиссиялар һәйбәт эшләй, тик уларҙың маҡсаты штраф йыйыуҙа түгел, ә машина йөрөтөү мәҙәниәтен булдырыуҙа.
Фото: ok.ru
Читайте нас: