Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
1 Октябрь 2021, 11:30

Сифатлы ла, экологик яҡтан таҙа ла

Башҡортостанда ҡыҫылған тәбиғи газ менән автозаправкалау станцияларын төҙөү дауам итә.

Сифатлы ла, экологик яҡтан таҙа ла
Сифатлы ла, экологик яҡтан таҙа ла

Башҡортостанда 2022-2024 йылдарҙа газ моторы яғыулығы сифатында тәбиғи газды файҙаланыуҙы арттырыу маҡсатында федераль бюджеттан дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк.

Транспорт сараларын ҡыҫылған тәбиғи газ менән заправкалау объекттарын төҙөү өсөн федераль бюджеттан – 720 миллион һум, республика бюджетынан 120 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. Йыл һайын кәмендә ун заправка төҙөү планлаштырыла.

Бынан тыш, транспорт сараларын тәбиғи газды (метанды) мотор яғыулығы итеп файҙаланыуға үҙгәртеп ҡороу менән шөғөлләнгән эшҡыуарлыҡ субъекттарына 143,7 миллион һумлыҡ субсидиялар бүленәсәк. Был йыл һайын ике мең самаһы транспортты яңынан йыһазландырыу мөмкинлеген бирәсәк.

– Был ярҙам саралары халыҡ һәм предприятиеларҙың сифатлы һәм отошло яғыулыҡҡа ихтыяжын ҡаплап ҡына ҡалмай, ә дөйөм алғанда эшҡыуарлыҡ һәм газ моторы баҙары үҫеше өсөн өҫтәмә уңайлы шарттар ҙа булдырасаҡ, – тине республиканың финанс министры Лира Иғтисамова.

Билдәле булыуынса, әлеге ярҙам төрө Башҡортостанда 2019 йылдан ғәмәлдә. 2019-2021 йылдар эсендә был маҡсатта федераль һәм республика бюджетынан 782,9 миллион һум аҡса бүленгән.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52880

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: