Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
26 Октябрь 2021, 16:37

Машинаңды газға күсерһәң...

Башҡортостанда транспорт сараларын тәбиғи газға күсереү буйынса дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә.

2020 йылдан алып республика Рәсәйҙә газ моторы яғыулығы баҙары үҫешенә булышлыҡ итеү һәм автомобилдәрҙе бензиндан тәбиғи газға күсереү сығымдарын субсидиялау программаһында ҡатнашҡан төбәктәрҙең береһе булып тора.

Программа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарҙарға, үҙмәшғүлдәргә ярҙам итеүҙе үҙ эсенә ала. Машиналарҙы яңынан йыһазландырыу менән шөғөлләнгән ойошмаларға газ баллоны һәм уны ҡуйыу буйынса эштең ярты хаҡына тиклем субсидия биреләсәк.

Бынан тыш, бюджеттан алынған субсидия менән бер рәттән, автомобиль хужалары “Газпром” йәмғиәтенең маркетинг программаһы нигеҙендә лә ярҙам ала аласаҡ. Уның күләме автомобилде метанға күсереү хаҡының 30 проценты самаһын тәшкил итәсәк. “Газпром”дың маркетинг програм­маһында ҡатнашыу өсөн килешеүгә ҡул ҡуйырға кәрәк, шулай уҡ быны сервис үҙәгендә газ баллонын урынлаштырған саҡта бер юлы эшләргә була.

Еңел автомобиль өсөн субсидия күләме – 36,4 мең һумдан 56,7 мең һумға тиклем, хаҡы техниканың үлсәменән тора. “ГАЗель” тибындағы йөк транспорты өсөн – 64,8 мең һум, автобустар һәм йөк машиналарына – 198,4 мең һумға тиклем.

Техника хужаларына быйыл был программала ҡатнашыу өсөн бер генә сикләү бар: транспорт сараһын файҙаланыу ваҡыты. Ул һигеҙ йылдан артмаҫҡа тейеш.

Йыллыҡ экономия яғыулыҡ сығы­мы­нан торасаҡ. Анығыраҡ әйткәндә, автомобиль маркаһынан һәм уның күп­ме йөрөүенән. Мәҫәлән, бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре араһында популяр булған “ГАЗель” автомобиле өсөн ул йылына 150-200 мең һум, еңел автомобиль өсөн – 80-120 мең һум.

Бынан тыш, Башҡортостанда тәбиғи газда йөрөгән транспорт сараларына транспорт һалымына 50 процент ташлама биреү тураһындағы закон ғәмәлдә.

Быйыл транспортты метанға күсереү өсөн яңынан йыһазландырыу сараларына республиканың Транспорт министрлығына 53,1 миллион һум аҡса бүленгән. Уның 46,8 миллион һумы (88 проценты) – федераль бюджеттан, 6,3 миллион һумы (12 процент) – республика ҡаҙнаһынан. 

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы төбәктә газ мотор яғыулығы үҫеше өсөн яуаплы башҡарма власть органы булараҡ билдәләнгән. Ведомство тейешле талаптарға яуап биргән яңынан йыһазландырыу пункттары реестрын булдырған, бында кәрәкле сертификаттар һәм тәжрибә булыуы, етерлек постар, майҙан күләме инә. Реестрға индерелгән пункттар клиенттарға билдәләнгән кимәлдә ташлама бирә ала. Был осраҡта улар алып етмәгән килемде республика бюджетынан ҡаплаясаҡтар.

Әлеге ваҡытҡа дөйөм сум­маһы 18,5 миллион һум субсидияға 397 транспорт сараһы яңынан йыһазландырылған. Ғаризалар ҡабул итеү дауам итә, әле үҙәктәрҙән субсидияға 19 ғариза бирелгән. Быйыл барлығы 511 транспорт сараһына газ ҡорамалы ҡуйырға йыйыналар.

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: