Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
26 Октябрь 2021, 16:39

Сифатлы ла, таҙа ла

Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Фото:Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Башҡортостанда ҡыҫылған тәбиғи газ менән автозаправкалау станцияларын төҙөү дауам итә.

Башҡортостанда 2022 – 2024 йылдарҙа газ моторы яғыулығы сифатында тәбиғи газдан файҙала­ныуҙы арттырыу маҡса­тында, федераль бюджеттан дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк.

Транспорт сараларын ҡыҫылған тәбиғи газ менән заправкалау объекттарын төҙөү өсөн федераль бюджеттан – 720 миллион һум, республика бюджетынан 120 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. Йыл һайын кәмендә ун станция асыу планлаштырыла.

Бынан тыш, транспорт сараларын тәбиғи газды (метанды) мотор яғыулығы итеп файҙаланыуға үҙгәр­теп ҡороу менән шөғөлләнгән эшҡыуарлыҡ субъекттарына 143,7 миллион һумлыҡ субсидиялар бүле­нәсәк. Был йыл һайын ике мең сама­һы транспортты яңынан йыһазлан­дырыу мөмкинлеген бирәсәк.

– Был ярҙам саралары халыҡтың һәм предприятиеларҙың сифатлы, экономиялы яғыулыҡҡа ихтыяжын ҡаплап ҡына ҡалмай, ә, дөйөм алғанда, эшҡыуарлыҡ һәм газ моторы баҙары үҫеше өсөн өҫтәмә уңайлы шарттар ҙа булдырасаҡ, – тине республиканың финанс министры Лира Иғтисамова.

Билдәле булыуынса, әлеге ярҙам төрө Башҡортостанда 2019 йылдан ғәмәлдә. 2019 – 2021 йылдар эсендә был маҡсатта төрлө бюджеттарҙан 782,9 миллион һум аҡса бүленгән.

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: