Тәгәрмәс
26 Октябрь 2021, 11:34

Транспорт һалымын түләнеңме?

drivenn.rudrivenn.ru
Фото:drivenn.ru

Транспорт һалымын түләргә тигән хатты алдығыҙмы әле? Ғәҙәттә, ул сентябрь аҙағы – октябрь башында килә башлай. Һалымды түләү ваҡыты үҙгәрмәгән: һәр ваҡыттағыса,

1 декабргә тиклем башҡарып ҡуйыу шарт.

Һалым тураһындағы мәғлүмәтте ҡайҙан ҡарарға? Тәжрибәле водителдәр белә: бының өсөн nalog.gov.ru сайтына йәки gosuslugi.ru – “Дәүләт хеҙмәттәре” порталына инергә кәрәк. Элекке кеүек почта йәшнигенә квитанция килгәнен көтөп ултырырға кәрәкмәй. Уның килмәүе лә ихтимал. Тәүҙәрәк, квитанция килмәһә, түләмәҫкә лә була ине, хәҙер ҡағиҙәләр үҙгәрҙе. Машинаң бар икән, почта аша квитанция килдеме-юҡмы – мотлаҡ түлә!

Авто Mail.ru порталы әле биш мең самаһы автоһәүәҫкәрҙән һорау алған һәм транспорт һалымы тураһында белешкән. Был кешеләрҙең яртыһы квитанция алған да инде. 33 процентына иһә әле документ килеп етмәгән, сөнки һалым органдары ҡағыҙҙы яйлап әҙерләй. Автоһәүәҫ­кәр­ҙәрҙең 19 проценты әлегә уның килеү-килмәүен тикшермәгән.

Һорау алынған кешеләрҙең яртыһы самаһы транспорт һалымын онлайн тәртибендә түләй. Респонденттарҙың 46 проценты быны һалым хеҙмәте сайтында йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында эшләй. Халыҡтың 20 проценты быны төрлө ҡушымталар һәм банктарҙың онлайн-сервистарын файҙаланып башҡара. Авто­һәүәҫ­кәрҙәрҙең 20 проценты банк йәки почта бүлексәһенә барып, шәхсән түләү яҡлы.

Респонденттарҙың 13 проценты, транспорты һалымын бөтөнләй түләмәйем, тип белдергән. Дөрөҫ, улар араһында закон боҙоусылар ғына түгел, ә ҡанун буйынса был ғәмәлдән азат ителгән кешеләр ҙә бар.

Кемдәр законға ярашлы һалым түләмәй һуң? Рәсәй буйынса улар – халыҡты социаль яҡлау органдарынан алған һәм инвалидтар файҙаланһын өсөн йыһазлан­дырылған автомобиль хужалары. Шулай уҡ төрлө төбәктәрҙә башҡа категория граждандары өсөн дә ташламалар ҡаралған.

Рәсәйҙә транспорт һалымының күләме тәү сиратта машинаның ҡеүәтенән тора. Шулай уҡ төбәк ставкаһы ла бар. Бынан тыш, илдең Сәнәғәт һәм сауҙа ми­нистрлығы ҡиммәтле автомобилдәр исемлеген раҫлаған. Унда хаҡы өс миллион һумдан ҡиммәтерәк булған автомобилдәр инә.

Әлеге һорау алыуҙа ҡатнашҡан кеше­ләрҙең 13 проценты йылына 20 мең һумдан юғарыраҡ транспорт һалымы түләй. 22 проценты иһә йылына мең һумдан әҙерәк түләй. Күпселектең (39 процент) һалымы мең һумдан биш мең һумға тиклем етә. Респонденттарҙың 25 проценты биш мең һумдан 20 мең һумға тиклем түләй. 

Рәүзилә КӘРИМОВА,

Өфө ҡалаһы:

– Һалым ебәрелә башлаған тигән яңылыҡты ишеткәс, һалым органдары сайтындағы шәхси кабинетыма инеп тикшерҙем. Транспорт өсөн дә, мөлкәт өсөн дә һалымдар килгәйне. Бурыслы булырға яратмайым, шуға күрә шул уҡ төндә икеһен дә түләп ҡуйҙым. Хәҙер бер йыл буйы тыныс йоҡлайым.

 

Зариф РӘШИТОВ,

Салауат районы:

– Элек мәшәҡәт ине, квитанция көтәһең, ул килгәс, китәһең түләргә тип почтаға йәки банк офисына. Унда һыу буйы сират... Хәҙер рәхәт. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталына инеп кенә, өйҙә диванда ятҡан килеш онлайн рәүешендә түләйһең дә ҡотолаһың. Минең машинам ҡиммәтле һәм ҡе­үәтле, шуға һалым ҙур. Тик ни эшләйһең инде, һәйбәт транспортта йөрөгө килгәс, түләйем. Быйылғыһын да түләп ҡуйҙым.

 

Рауил ИБРАҠОВ,

Бөрйән районы:

– Килмәне әле. Ауылда беҙ квитанция килгәнен көтәбеҙ. Машинам ябай ғына “копейка”, һалым ҙур түгел, тик ҡапыл ғына түләү мәшәҡәтле. Район үҙәгенә барырға кәрәк. Интернет аша түләй белмәйем, балаларҙан өйрәнергә кәрәк ине шул алымды.

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас