Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
26 Октябрь 2021, 16:36

Яуаплы мәл етте

Тәгәрмәстәрҙе ваҡытында алмаштырырға кәрәк.

avtosreda.ru
Фото:avtosreda.ru

Йылына ике тапҡыр, йәғни миҙгелдәр алмашынған мәлдә автоһәүәҫкәрҙәр баш ҡатырып ала: ҡасан тәгәрмәсте алмаштырырға? Ҡайһы бер “тәжрибәле” водителдәр хатта беренсе ҡар яуғанда ла йәйге шинда йөрөүен һәм бер нимә лә булмауын белдерә. Икенселәр бындай хәбәрҙән шаҡ ҡата һәм көҙ етер-етмәҫтән тәгәрмәсте алмаштырыу яғын ҡарай. Кемгә ышанырға, нимә эшләргә һуң?

 Был өлкәләге белгестәр уртаса һауа температураһы +7 градусҡа етһә, тәгәрмәсте ҡышҡыға алмаштырырға тәҡдим итә. Уларҙың фекеренсә, бынан һуң аҙ ваҡытҡа йылытып алһа ла, бер ҡурҡынысы ла юҡ. Ни өсөн? Бындай ҡараш үҙен аҡлай: шин үҙәктәрендә лә, оҫтаханаларҙа ла әлегә сират юҡ. Хаҡтар ҙа юғары түгел, ә тәүге ҡар яуһа, яҡын да барырлыҡ булмай.

Һауа температураһы +7 градусҡа тиклем төшһә, йәйге резинаның юлға йәбешеү үҙенсәлектәре насарлана, ә һауа температураһы “минус”ҡа китһә, бөтөнләй ҡата, шуға күрә беренсе ҡар йәки боҙ менән ҡапланған юлда йәйге шин бөтөнләй файҙаһыҙға әйләнә.

Шундай стереотип та бар: “тәгәрмәсте иртә алмаштырһаң, сөйҙәре осоп сығып бөтәсәк”. Был дөрөҫ түгел. Элегерәк, ысынлап та, ҡағылған сөйҙәрен юғалтыу киң таралған проблема ине: бер миҙгел үтеүгә, резинаның “таҡырланыуы” ихтимал булды. Әммә технологиялар үҫешә, һәм был проблема юҡҡа сыҡты: хәҙерге сөйҙәр урынында ныҡ тора.

Әммә шуныһын да хәтерҙә тотоғоҙ: даими рәүештә ҡоро асфальтта агрессив рәүештә йөрөйһөгөҙ икән, был бик ныҡлы сөйҙәрҙе лә юҡҡа сығара ала. Тимәк, алдараҡ тәгәрмәс алмаштырһағыҙ, ҡапыл туҡтамағыҙ һәм ныҡ итеп газға баҫып ҡуҙғалып китмәгеҙ.

 

Шиндарға ҡағылышлы ҡатмарлы һорау­ҙарға ябай яуаптар

Иҫке покрышкаларҙы ҡасан “иҫәптән” сығарырға?

Ҡышҡы покрышкаларҙың протектор тәрәнлеге дүрт миллиметрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Уның “һүрәтендә” бер ниндәй ҙә тығылып ҡалған таштар һәм башҡа сит предметтар тормаһын. Кордта ҡутарылыу, таҡыр урындар, “бүҫер”ҙәр һәм сатнаған ерҙәр булырға тейеш түгел! 

Ҡайҙа ниндәй шиндар ҡуйырға?

Ҡышҡы покрышкалар тупланмаһын йәй буйы һаҡланған урындан алған саҡта ҡапыл бер пар тәгәрмәстең нығыраҡ туҙыуын күреп ҡалдығыҙ, ти. Уларҙы ҡайҙа ҡуйырға? Мәҫәлән, яңырағын алға, ә нығыраҡ иҫкергәнен артҡа ҡуйҙығыҙ, ти. Боролош булған урындарҙа шулай буласаҡ: алғы яҡ асфальтҡа “йәбешәсәк”, ә былай ҙа еңел булған артҡы өлөш, саҡ ҡына тиҙлекте арттырып, боролошҡа ингәндә юл менән эләгешеү һәләтен юғалтасаҡ. Шулай булғас, приводтың алғы йә артҡы икәнлегенә ҡарап тормай, яңы резинаны һәр ваҡыт тик артҡа ғына ҡуйырға!

Сөйлөмө, әллә фрикциялымы?

Резинаның теге йәки был категорияһы асфальтта өҫтөнлөрәк тип әйтеү дөрөҫ тү­гел. Заманса “шиповка”лар кимәле буйынса фрикциялы резинанан һис ҡалышмай, әммә ҡарлы-һыулы бутҡала һуңғылары күпкә тотороҡлораҡ. Ә бына боҙҙа хәл ҡапма-ҡаршы – бында сөйлө тәгәрмәскә еткәне юҡ! Ә ныҡ һалҡын булғанда сөйләнмәгән йомшаҡ покрышкалар йыш ҡына ышаныслы йөрөүҙе тәьмин итә.

“Арктика”мы йәки “Европа”мы?

Фрикциялы резина “арктика” (икенсе төрлө “скандинавия”) һәм “европа” төрҙәренә бүленә. Икенсе төрө йылы төбәктәрҙә йәшәгәндәр өсөн һәйбәт, сөнки ул күберәге бөтә миҙгелгә лә яраҡлы шинды хәтерләтә һәм һауа температураһы “нуль” тирәһендә булғанда яҡшы хеҙмәт итә. Ә инде ҡаты, һалҡын ҡыштар булған урындарҙа “скандинавия” төрҙәре генә бара. Тимәк, Башҡортостан өсөн дә шундайҙар кәрәк.

Сөйҙәре күпме булырға тейеш?

Шуныһын белеп тороғоҙ, скандинавтар ҡануниәт нигеҙендә ҡышҡы покрышкалар өсөн сөйҙәр һанын сикләгән. Әммә күпселек компаниялар тыйыуҙы урап үткән һәм протекторҙарға күп итеп металл сөйҙәр тығып сыҡҡан. Ҡайһыныһын һайларға һуң? Шин тестарын ҡарарға тура киләсәк. Нисек кенә булмаһын, билдәле брендтарҙың покрышкалары, сөйҙәр һанына ҡарамайынса, характеристикалары буйынса бер-береһенә яҡын һәм арзаныраҡтарына ҡарағанда сифаты буйынса күпкә яҡшыраҡ. Хәүефһеҙлек тураһында һүҙ барғанда, аҡса йәлләү кәрәкмәйҙер.

Тәгәрмәс шиндарын яҙлы-көҙлө алмаштырыу тураһында күптәр белә. Шул уҡ ваҡытта уның миҙгеленә ҡарап тормай туҙыуы ла ихтимал. Улар тураһында ла иҫкәртмәксебеҙ.

* Әгәр протекторҙар саҡ-саҡ күренеп торһа һәм бейеклеге буйынса туҙыу индикаторы менән бер кимәлгә етһә, шинды алмаштырырға кәрәк. Юл йөрөү ҡағиҙәләренә ярашлы һәм транспорт сараһын файҙаланыуға рөхсәт алыу өсөн, резинаның минималь бейеклеге 1,6 миллиметр булырға тейеш.

* Әгәр шиндың ситтәре юйылған булһа, был да хәүефле. Тәгәрмәстәге баҫымды тикшереп тормаған осраҡта, әлеге күренеш бик йыш осрай. Был етешһеҙлек ҡағиҙәләргә ҡаршы килмәй, әммә автомобилгә идара итеүгә кире йоғонто яһай. Туҙыу 50 проценттан ашыу булһа, машинаның үҙен тотошо тотороҡһоҙлана һәм покрышкаларҙан килгән тауыш арта.

* Шиндарҙың боҙолған урындарын мотлаҡ ҡарап сығырға кәрәк. Йыртылған, ҡырҡылған, тишелгән урындары бармы? Әлбиттә, бындай тәгәрмәстә йөрөү хәүефһеҙ түгел. Ни өсөнмө? Көтмәгәндә унан тын сығыу, хатта шартлап китеү ихтималы бар. Юл ни тиклем насар булһа, бындай проблеманың килеп сығыу хәүефе лә шул тиклем юғарыраҡ.

* 4754-97-се ГОСТ-ҡа ярашлы, шиндың гарантиялы хеҙмәт итеү осоро – биш йыл. Артабан уны файҙа­ланырғамы-юҡмы икәнлеген ҡулланыусы үҙе хәл итә. Биш йыл үтеп тә, протектор ашалып бөтмәгән хәлдә, күптәр артабан йөрөүҙе хуп күрә. Әммә бында ла хәүеф бар. Ҡояш нурҙары, температура алмашыныуы, химик тәьҫир – быларҙың барыһы ла резиналағы молекулалар бәйләнешенең насарайыуына килтерә һәм эластик һәләте юғала. Трассаға сыҡмаһағыҙ ҙа, бындай шин менән ҡала эсендә генә йөрөү ҙә хәүефле. Улар айырыуса еүеш юлды насар “тота” һәм тиҙерәк туҙа. Әйткәндәй, шиндар оҙағыраҡ хеҙмәт итһен өсөн, уларҙы дөрөҫ һаҡларға кәрәк. Уларҙы ҡыш йылытылмаған гаражда, айырыуса асыҡ һауала ҡалдырмағыҙ.

* Шиндың “ҡартайыуы” һәм уны дөрөҫ һаҡламауҙың тағы бер эҙемтәһе: корд деформациялана йәки протектор аҡтарыла.

Етешһеҙлекте тикшереүе еңел – тәгәрмәсте тигеҙ урындан тәгәрәтегеҙ. Ситкә янтайһа йәки “һигеҙ һаны” буйынса хәрәкәт итһә – ташлағыҙ. Балансировка ла, ремонт та ҡыйшайған шинға ҡайтанан йән бирмәйәсәк. Был бәлә менән йыш ҡына иҫке покрышкалар йәки түбән сифатлы корд һәм материалдан эшләнгән арзан моделдәр осрай. Шулай уҡ тауарҙың брак булыуы ла ихтимал.

Нисек кенә булмаһын, машинаны һәр ваҡыт төҙөк тоторға, уның барлыҡ деталдәрен тикшереп торорға кәрәк. Был – үҙегеҙҙең, яҡындарығыҙҙың һәм хәрәкәттә ҡатнашҡан башҡа кешеләрҙең хәүефһеҙлек гарантияһы!

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: