Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
3 Декабрь 2021, 21:00

Рейдтарҙың һөҙөмтәһе ниндәй?

"Ошо мәсьәләгә бәйле булған бөтә хеҙмәттәр берҙәм эш итергә, көстө арттырырға тейеш".

Рейдтарҙың һөҙөмтәһе ниндәй?
Рейдтарҙың һөҙөмтәһе ниндәй?

Юлдарҙа авария осраҡтарын кәметеү, пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә профилактик рейдтар уҙғара. 

Бөгөн, 3 декабрҙә, сираттағы сара үтте. Һуңғы ике көндә техник йәһәттән төҙөк булмаған ике автобус штрафлы туҡталҡаға ебәрелгән.

"Халыҡтың хәүефһеҙлеген, йәмәғәт транспортының уңайлылығын тәьмин итеү – уртаҡ бурыс һәм ошо мәсьәләгә бәйле булған бөтә хеҙмәттәр берҙәм эш итергә, көстө арттырырға тейеш", - тип билдәләне республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Александр Клебанов.

Тикшереүселәр төп иғтибарҙы транспорттың техник торошона йүнәлтә, шулай уҡ Дәүләт автоинспекцияһы менән килешмәйенсә конструкцияға индерелгән үҙгәрештәр, автобус водителенең документтары ныҡлы тикшерелә.

Ағымдағы йыл башынан республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы һәм Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре берлектә 160-тан ашыу рейд уҙғарҙан. Уларҙа асыҡланған тәртип боҙоуҙарға ҡағылышлы 200 самаһы административ протокол төҙөлгән, шуларҙың 80-е суд ҡарамағына ебәрелгән. Өфө ҡалаһының мировой һәм район судтары тарафынан 50-шәр протокол буйынса иҫкәртеүҙәр яһалған һәм штрафтар һалынған.

Фото: Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: