Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
18 Декабрь 2021, 13:45

Йөк машиналары бәрелешкән

Машиналарҙың береһе, арҡыры тороп, юлды япҡан...

Йөк машиналары бәрелешкән
Йөк машиналары бәрелешкән

18 декабрҙә Иглин районында Һамар - Өфө - Силәбе автомобиль юлында ике йөк машинаһы һәм ике үҙбушатҡыс машина бәрелешкән. Авария иртәнге сәғәт 8-селә трассаның 1536-сы саҡрымында була.

Бәхеткә күрә, һәләк булғандар һәм зыян күреүселәр юҡ. Машиналарҙың береһе юлды япҡан. Трассала хәрәкәт ябылған. Социаль селтәрҙә водителдәр ҡасан юл асыла тип һорай.

Башҡортостан Республикаға идара итеү үҙәге Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы https://vk.com/transport.bashkortostan һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты https://vk.com/goskomitetrb менән бәйләнешкә сыҡты.

«Урал буйы» юл идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, урында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләй һәм автомобилдәр ағымын көйләй. Тәкәй ауылы эргәһендә реверсив хәрәкәт индерелде, хәрәкәт юлдың уң һыҙаты буйлап үтә. Республикаға идара итеү үҙәге хәлде контролдә тота.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: