Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
11 Ғинуар 2022, 16:15

Автобус туҡталышына хәтлем – 15 метр...

Автомобиле булған һәр кеше юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә бурыслы.

Автобус туҡталышына хәтлем – 15 метр...
Автобус туҡталышына хәтлем – 15 метр...

Һәр кеше юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә бурыслы, автомобилен теләгән урынға ҡалдырырға кәрәкмәгәнлеген дә белергә тейеш. Мәҫәлән, машинаң менән туҡтап торғанда йәки уны ҡалдырып киткәндә автобус туҡталышына тиклем кәмендә 15 метр ара ҡалырға тейеш.

Баҡтиһәң, ҡайһы берәүҙәр транспортҡа бәйле ҡағиҙәләрҙе инҡар итә. Яңы йыл байрамында Өфө халҡы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа был хаҡта йыш мөрәжәғәт итте, айырыуса баш ҡалабыҙҙың Ленин урамында был тәңгәлдә тәртипһеҙлектәр күҙәтелгән.

Өфө кешеһенән килгән мөрәжәғәтте Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге Башгҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә тикшергән.

Әйткәндәй, автомобилде ҡайһы урынға туҡтатыу йәки ҡалдырып китеү мәсьәләһе тураһында Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуында һөйләне.

Ошо ҡағиҙәне боҙғандар административ яуаплылыҡҡа тарттырыла, үҙ сиратында, штраф ҡаралған. Бындай осраҡта Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы инспекторы дәүләт һаны буйынса машинаның хужаһы менән бәйләнешкә инә, ҡайһы бер осраҡта автомобилде эвакуатор машинаһы алып та китә. Өҫтәүенә урам ситендә йәки туҡталыш тирәһендә ҡалдырып кителгән машиналар урамдарҙы ҡарҙан таҙартҡанда ныҡ ҡамасаулай.

Фото: proboknet.livejournal.com

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: