Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
16 Февраль 2022, 08:05

Бер аҙ түҙеп торорға кәрәк

Өфө юлдарында яҙын ҙур төҙөкләндереү эштәре башлана.

agitmedia02.ru
Фото:agitmedia02.ru

Хөкүмәттә үткән кәңәшмәләрҙә йыш ҡына юлдарҙағы хәл-ваҡиғаларға, транспорт системаһына ҙур иғтибар бүленә. Был аңлашыла ла, тәртиптә булған юлдар – тәү сиратта хәүефһеҙлек һәм һаҡланып ҡалған ғүмерҙәр. Ә властар үҙенең алдына нисек тә булһа республика юлдарында аварияларҙы һәм уларҙа һәләк булғандар һанын кәметеү бурысын ҡуя. 

Өфө – миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҙур ҡала. Бында транспорт­тың мыжғып тороуы, йыш ҡына иртәле-кисле юлдарҙа тығындар, авариялар ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Кешеләр быға күнегеп тә бөткән. Әммә көтмәгәндә мөһим бер урында ремонт йәки оҙайлы төҙөкләндереү эштәре башланһа, тормош туҡтап ҡалғандай тойола. Тығындар бермә-бер арта, кешеләр ҡәнәғәтһеҙлек белдерә.

Ошо хәл йыш ҡына күперҙәрҙе ремонтлаған саҡта күҙәтелә, шуға күрә сираттағы кәңәшмәләрҙең береһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҡын арала башла­насаҡ ҙур ремонт эштәре тураһында ваҡытында халыҡты иҫкәртергә, алдан уҡ мәғлүмәт бирергә һәм урау юлдар тәҡдим итергә ҡушты. Һәм шунда уҡ яңылыҡ тураһында хәбәр итте: 1 марттан Ағиҙел аша аркалы күпер ябыласаҡ.

– Беҙ күперҙәр араһында өҫтәмә күпер төҙөнөк һәм ауыр хәлдәге иҫке аркалы күперҙе тулыһынса үҙ­гәртеп ҡороу эшенә тотонорға әҙер­беҙ. Бөтә хеҙмәттәрҙән дә был турала йәмәғәтселеккә ваҡытында хәбәр итеүегеҙҙе һорайым. 1 мартта аркалы күпер 30 айҙан ашыуға ябыла, беҙ 2024 йылдың уртаһына тиклем бөтә эште тамамларға тейеш­беҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ике кү­пер араһында өҫтәмәһен эшләгәс, халыҡ хәрәкәт менән проблема­лар­ҙы һиҙмәҫкә тейеш. Ни бары бер генә һыҙат кәмейәсәк. Кеше­ләргә ваҡытында хәлде аңлатмау сәбәпле, проблемалар килеп тыуыуы бар, шуға барыһы ла ваҡытында белеп торһон.

Көньяҡтан баш ҡалаға алып ин­гән был аркалы күпер 1956 йылда төҙөлгән. Һәм бөгөнгә ҡарата, нормативтар буйынса хеҙмәт итергә тейеш ваҡытын 16 йылға аштырған. Һалҡындар сәбәпле, уның тимер-бе­тон плитәләре емерелә башлаған, металл бағаналарын коррозия ашай, ә ҡоролма үҙе бер яҡҡа эйе­леберәк тә тора. Быларҙың барыһы ла уның аша үткән кешеләр, автомобилдәр һәм аҫта йылғанан уҙып барған суднолар өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра.

– Бөгөн күперҙең туҙыу күләме 57 процент тәшкил итә һәм уны артабан да файҙаланыу хәүефлегә әйләнә. Тимер-бетондан эшләнгән ҡоролма бик таушалған, ул хәҙер ныҡлы түгел. Төҙөкләндереү барышында аэропорт яғынан 1-се һәм 11-се таяуҙар тулыһынса һүтеләсәк һәм алмаштырыласаҡ. Ҡалған­дарының бер өлөшөн һүтеп алып ремонтлаясаҡтар, икенсе урында өлөшләтә яңыны төҙөйәсәктәр. Иң ҙур хәүефте күперҙең ер өҫтөндәге өлөшө тыуҙыра, ул тулыһынса тиерлек тутыҡҡан, йәйәүлеләр өсөн барьерҙар саҡ-саҡ тигәндәй тора. Таяуҙарҙы махсус состав менән эшкәртәсәктәр һәм гранит йөҙлөк менән нығытасаҡтар, – тине был турала Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Юлдар төҙөлөшө һәм яһалма ҡорол­малар идаралығы начальнигы урынбаҫары Евгеней Кулешов.

Нисек кенә булмаһын, аркалы күпер – баш ҡалабыҙ символда­рының береһе. Уны нисек бар, шул килеш һаҡлау мөһим. Төҙөүселәр тап шулай итергә вәғәҙә бирә лә. Төҙөкләндереү эштәре тамам­ланғас, баш ҡала кешеләрен һәм ҡунаҡтарын элекке күперҙең тулы күсермәһе ҡыуандырып торасаҡ.

Ҙур төҙөкләндереү 2024 йылда – баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейын билдәләүгә тамамланырға тейеш. Реконструкция өсөн 4 миллиард һум самаһы аҡса тотоно­ласаҡ. Эштәр тамамланғас, был күпер йәнә 50 йыл хеҙмәт итәсәк.

Радий Хәбиров тағы бер ҙур ремонт тураһында хәбәр итте. Яҙ Өфөлә Пугачев урамында төҙөк­ләндереү эше башлана.

– Тиҙҙән “Өфөнөң көньяҡ ҡапҡа­лары” тип аталған ҙур проектты тормошҡа ашыра башлаясаҡбыҙ. Бында Пугачев, Рыленко һәм башҡа урамдар инә. Бик етди проект, шуға күрә хәҙерҙән кешегә аңлатырға кәрәк: был урам оҙаҡ ваҡыт ябыҡ буласаҡ. Транспорт министрлығына урау юлдар табырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Пугачев урамын реконструкциялау ихтыяжы ҙур, был – халыҡ күп йәшәгән көнсығыш ҡала янына һәм М5 трассаһына сығыу юлы. Урамды дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеү, яңы Генерал Рыленко урамы киҫеле­шендә ике кимәлле юл үткәргесе төҙөү планлаштырыла.

Генерал Рыленко урамы мөһим транспорт артерияларын – Пугачев һәм Перовская урамдарын (Армавир урамы һыҙаты буйынса) тоташ­ты­рырға тейеш. Уның оҙонлоғо – яҡын­са 1 километр, киңлеге – 60 метр.

Башлыҡ әйтеүенсә, кешеләргә бер ни тиклем уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмай тороп, нормаль транспорт инфраструктураһын булдырыу мөмкин түгел, шуға күрә әҙерәк түҙергә тура киләсәк. Ә властар халыҡҡа даими рәүештә мәғлүмәт бирергә, аңлатырға тейеш.

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: