Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
16 Февраль 2022, 08:10

Еңел генә ярҙам итер саралар

replicadisk.ru
Фото:replicadisk.ru

Ҡыш етһә, автоһәүәҫкәрҙәрҙең былай ҙа еңел булмаған тормошо тағы ла ҡатмарлаша. Йә машинаның ишеге асылмай, йә ҡарға батып, сығып булмай. Ҡышын автомобилдә йөрөү проблемаға әйләнмәһен өсөн, бер нисә лайфхакты белеп ҡуйыу зыян итмәҫ. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре.

Ҡарҙа батһаң. Бындай хәл һәр кем менән була ала. Әгәр ҙә тәрән ҡарҙа ҡуҙғала алмаһағыҙ, тәгәрмәс аҫтын көрәк менән таҙартығыҙ. Бының өсөн багажникта һәр саҡ көрәк йөрөһөн. Тағы бер ысул – багажникка... бесәй бәҙрәфе өсөн тәғәйенләнгән тултырғыс һалып ҡуйығыҙ. Иң шәбе – силикагелдән эшләнгәне. Әгәр боҙҙа ҡуҙғала алмаһағыҙ, ул ярҙам итәсәк. Тултырғыс дымды һеңдерә һәм, тәгәрмәстәргә кәрәкле эләктергес биреп, тиҙ ҡуҙғалып китә.

Ә инде көрәк булмаһа, тәгәрмәс аҫтына салонда ятҡан резина ковриктарҙы һалып ҡарағыҙ. Был ҡар өйөмөнән сығып китеү мөмкинлеге бирер.

Фарҙар тирләһә. Ғәҙәттә, фарҙар конструкция эсенә дым инеү арҡаһында тирләй башлай. Был ҙур проблема һәм уны хәл итеү өсөн автооҫтаханаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Проблеманы тиҙ генә хәл итеү сараһы сифатында иһә балауыҙҙы файҙаланырға була. Алдан таҙартылған фарҙарға йоҡа ғына итеп балауыҙ һылағыҙ. Был сара ҡыҫҡа ваҡытҡа дымдан һәм һыуҙан һаҡлаясаҡ.

Алғы быяла туңһа. Юлға сығыр алдынан тәҙрәләрҙе тулыһынса йылытырға кәрәк. Ныҡ ҡабаланған мәл өсөн дә сара бар. Бының өсөн үҙегеҙ менән махсус иретмә йөрөтөгөҙ. Пульверизаторлы шешәгә 2:1 нисбәтендә спирт менән һыу ҡойоғоҙ һәм бер тамсы ғына һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡса өҫтәгеҙ.

Ә был сараны алдан файҙаланып, киләсәктә тәҙрәнең ныҡ туңмауын тәьмин итергә була. Бының өсөн, йөрөп ҡайт­ҡандан һуң, 1:3 нисбәтендә эшләнгән һыу менән һеркә иретмәһен һибеп ҡуйығыҙ. Иртәгәһенә тәҙрә ныҡ туңмаясаҡ.

Машинаның ишеге асылмай. Ғә­мәлдә ишектең йоҙағы туңған булып сыға. Ишекте асҡыс менән асып ҡарағыҙ. Бының өсөн асҡысҡа ҡулдарҙы зарарһыҙ­ландырыу өсөн файҙаланылған бер нисә тамсы антисептик тамыҙығыҙ. Ҡайһы берәүҙәр, асҡысты тығыр алдынан уны зажигалка йәки шырпы менән яндырып эҫетә. Был ысул да ярҙам итә ала, тик ут менән һаҡ эш итегеҙ, айырыуса бензин багы йоҙағын асырға тырышҡан саҡта. Ҡул осонда һут эсә торған көпшә булһа, уны йоҙаҡҡа терәп өрөргә лә мөмкин. Ауыҙҙан килгән йылы боҫ уны иретергә һәләтле.

Ҡыш көнө ишектең асылмауының тағы бер сәбәбе бар – резинаның туңыуы. Быға юл ҡуймаҫ өсөн миҙгел башланып торған саҡта бөтә ишектәрҙең дә резиналарын махсус автомобиль майы менән эшкәртеп сығығыҙ.

Тәҙрә тирләһә. Юлда китеп барған саҡта машинаның тәҙрәләре тирләп, күренеү һәләте насарланһа, бынан ҡо­толоуҙың бер юлы бар. Сепрәк тоҡсайға, әлеге лә баяғы, бесәй бәҙрәфе өсөн ҡулланылған силикагелле ҡатнашманы ҡойоғоҙ һәм алғы ҙур тәҙрә янына ҡу­йығыҙ. Төп шарт: сепрәк “тын алырға” те­йеш. Силикагель артыҡ дымды үҙенә һеңдерә һәм тәҙрәләр тирләмәй башлаясаҡ.

Тышҡы көҙгөләрҙә боҙ. Иртәнге һал­ҡында көн һайын, машинаның тәҙрә­ләренән һәм ҡыйығынан тыш, көҙгөләрен дә таҙартырға тура килә. Быға ваҡыт әрәм иткегеҙ килмәһә, ҡотолоу өсөн ҡыҙыҡ ҡына ысул бар. Кис, йөрөп ҡайтҡас, һәр көҙгөнө полиэтилен пакет менән урағыҙ һәм канцелярия резинкаһы менән бәйләп ҡуйығыҙ. Ҡайһы берәүҙәр бының өсөн ябай бахилаларҙы файҙалана. Иртән иһә ҡапсыҡты алып ташларға ғына ҡала.

“Дворниктар” туңып йонсотһа. Ҡышҡы һалҡын көндәрҙең тағы бер проблемаһы – иртән тәҙрә таҙартҡыс­тарҙың туңыуы. Ҡайһы бер водителдәр бынан ҡотолор өсөн көн һайын уларҙы ысҡындырып ала һәм шуның менән беркеткестәрҙе “йомшартып” бөтә. Был мәшәҡәттән ҡасыуҙың бер еңел генә һәм шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡ юлы бар. Кис йөрөп ҡайтып, өйгә инер алдынан “дворниктар”ға ябай нәски кейҙерегеҙ. Иң мөһиме, нәскиле дворникты тәҙрәгә терәтмәгеҙ, сөнки туңған нәскиҙе тәҙрәнән аҡтарып алыу ауырыраҡ. Эйе, ҡарап тороуға сәйер күренеш кеүек, әммә был ысул үҙен аҡлай. Ойоҡбашты ҡулланыу уңайһыҙ булһа, оҙонса полиэтилен пакет та был маҡсатта ярҙам итә ала. Иң мөһиме – оҙонлоғо буйынса тура килгәнен табырға һәм төбөнән беркетеп ҡуйырға кәрәк.

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: