Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
16 Февраль 2022, 08:08

Машинамда записка ҡалдырғандар...

Һалҡын аҡыл менән эш итмәһәң, аҡсаңдан ҡолаҡ ҡағырһың.

Күптәр хат алырға ярата. Әммә ҡала йорттарының ихатаһында торған автомобилдәрҙең “дворниктар”ында йәки машина ишектәрендә төрлө талаптар һәм тәҡдимдәр яҙылған ҙур булмаған ҡағыҙ биттәре ҡалдырып китеүҙәре лә ихтимал. Был саҡта борсолорға кәрәкме?

Эйе, автомобилселәрҙән аҡса талап итеү яңы кимәлгә сыға. Әгәр элек теркәү номерҙарын бо­роп алып, тәгәрмәстәрҙе элмәле йоҙаҡтар менән бикләп, һатып алыуҙы талап итһәләр, хәҙер водителдәр исеменә йәл­ләткес, шул уҡ ваҡытта янаған хаттар яҙа башланылар. Мөрә­жәғәт­намәләр быяла таҙарт­ҡыстар аҫтында йәки ишегендә ҡалдырыла. Әгәр водитель был яҙыуҙарға эскер­һеҙ рәүештә ышанып ҡараһа, аҡсаһын юғалтыуы ла бар. Мөлкәтте нисек һаҡларға һуң?

Яҙыуҙарҙың иң ябай һәм киң таралған төрө – ул транспорт сараһына зыян килтереү ҡурҡы­нысы менән янап туранан-тура мөрәжәғәт итеү. Өҫтәүенә, бындай хаттар үтенестәр һәм тормошҡа ялыу итеүҙәр менән бергә алып барыла. Миҫал өсөн, ҡалала табылған хаттарҙың бер төрөн тәҡдим итәбеҙ: “Шиналар­ҙы ҡыр­ҡам!!! Буяуҙы һыҙырам!!! Еңел генә!!! Хөрмәтле автомобиль хужаһы. Мин бер нисә тапҡыр ко­лонияла булдым, шуға күрә эшкә урынлашып булмай, ә балаларҙы ашатырға кәрәк! Үрҙәге янауҙарымды тормошҡа ашырыуымды теләмәһәгеҙ, һеҙ­ҙән Киви-кошелекка 2000 һум күләмендә бер тапҡыр аҡса күсереүегеҙҙе һорайым. Аңлат­мала машинағыҙҙың маркаһын һәм номерын мотлаҡ күрһәтегеҙ. Аңлағанығыҙ өсөн алдан уҡ рәхмәт белдерәм”.

Бындай мөрәжәғәттәр прин­тер­ҙа баҫыла йәки ҡулдан яҙыла. Өҫтәүенә, төрлө райондарҙа табылған яҙмалар бер-береһен һүҙмә-һүҙ ҡабатлай һәм, моға­йын, интернеттан күсереп алын­ғандыр. Бындай талаптар менән “колонияла бер нисә тапҡыр булғандар” ғына түгел, үҫмерҙәр ҙә шөғөлләнеүе ихтимал.

Ҡағиҙә булараҡ, мөрәжәғәт яҙыу енәйәт түгел, әммә унда һанап кителгәндәр ғәмәлгә ашһа, законға бәйле проблемалар мотлаҡ тыуасаҡ.

Бының өсөн ниндәй яза би­релә? Әгәр хәүефле янауҙар ысынлап та тормошҡа ашы­рылһа һәм килтерелгән зыян биш мең һумдан кәм булһа, Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 7.17-се статьяһына ярашлы, ғәйеплегә 500 һум күләмендә штраф һалына. Әгәр зыян биш меңдән ашыу булһа, Енәйәт кодексы ғәмәлгә инә. Рәсәй Енәйәт кодексының 167-се статьяһына ярашлы, мөлкәтте аңлы рәүештә боҙған өсөн 40 000 һумға тиклем йәки өс айлыҡ килем күләмендә штраф һалына. Шул уҡ ваҡытта енәйәтсе килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш, уның күләмен суд билдәләй.

Айырыуса ҙур зыян килтергән саҡта, мәҫәлән, машинаға ут төрткән йәки кузовтың бер нисә деталендә лак-буяу ҡатламын зарарлаған осраҡта, суд енәйәтсене ике йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү тураһында хөкөм ҡарары сығара ала.

Енәйәтселәр быны аңлай һәм үҙҙәренең янауҙарын һирәк осраҡта ғына ғәмәлгә ашыра. Хатта бер киҫелгән шина йәки ярыҡ быяла ла уларға етди проблемалар тыуҙырырға мөмкин бит, шуға күрә тынысланығыҙ һәм янауҙарҙы иғтибарға алмаҫ­ҡа тырышығыҙ. Машинағыҙҙы ви­деокамера төшөргән урынға­раҡ ҡуйһағыҙ, тынысыраҡ буласаҡ.

Автоһәүәҫкәрҙе ҡурҡытыуҙың тағы бер төрө – булмаған аварияла ғәйепләү. Һеҙҙең ошондай яҙма алыуығыҙ ихтимал: “Һеҙ туҡталҡала минең машинамды сыйғанһығыҙ, быны дәлилләгән видеояҙма бар. Ремонт өсөн аҡса күсерегеҙ, юғиһә, полицияға мөрәжәғәт итәсәкмен”. Артабан аҡса күсерергә кәрәкле телефон йәки карта күрһәтелә.

Ғәмәлдә күп кенә водител­дәрҙең ошондай хәлдәргә тары­ғаны бар. Улар, ысынлап та, ихатала йәки сауҙа үҙәктәре туҡталҡаларында башҡаларҙың машиналарына зыян килтерә һәм, ЮХХДИ-ла документтар тултырыуға ваҡытын сарыф итмәҫ өсөн йәки ҡурҡышынан, юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡаса, шуға күрә күптәр, үҙ ғәйебен тойоп, бындай хатты иғтибарһыҙ ҡалдырмай һәм күрһәтелгән телефонға шылтырата.

Трубканың теге яғындағы ке­ше ипле генә итеп “бәрелеш ет­ди бул­маны, машинаның зыян күр­гән урыны ҙур түгел” ти һәм буяу­ға, шымартыуға ни бары 2–5 мең һум аҡса кәрәклегенә ышандыра. Ҡайһы бер води­телдәр аҙ түләп ҡотолоуына шатлана һәм шунда уҡ аҡса күсерә һала, сөнки таныҡлығын юғалтыуҙан ҡурҡа.

Водитель ҡағиҙә боҙмаһа һәм үҙенең ғәйепле түгеллегенә ышана икән, ҡурҡып тораһы ла түгел. Тыныс күңел менән бындай хатҡа иғтибар ҙа итмәҫкә мөмкин.

Башҡа эстәлекле яҙмалар ҙа осрай. Мәҫәлән: “Мин осраҡлы рә­үештә машинағыҙҙы бәрҙер­ҙем. Юл-транспорт ваҡиғаһын теркәү өсөн шылтыратығыҙ”. Бамперҙа ысынлап та ҡырылған, сыйылған урын буласаҡ. Шыл­тыратһаң, ғәҙәттә, теге яҡ оста үҙенең ғәйебен таныған һәм бик ныҡ үкенгән ҡатын-ҡыҙ була. Ул ҡат-ҡат ғәфү үтенәсәк һәм ремонт сығымдарын ҡаплар өсөн һеҙҙең карта номерын һораясаҡ. Әлбиттә, карта номеры ебәреләсәк. Тик ни өсөндөр аҡса күсмәйәсәк һәм ханым, яңынан шылтыратып, банкта проблемалар булыуын әйтәсәк һәм СМС-хәбәр менән килгән кодты ебәреүҙе үтенәсәк. Ә артабанғы схема билдәле: бер нисә минутта банк картаһында ятҡан барлыҡ аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡағасаҡһығыҙ.

Күренеүенсә, еңел генә байығырға теләгән кешеләр бик хәйләкәр була. Мутлашыуҙың яңынан-яңы ысулдарын табып ҡына торалар. Яратҡан автомобилеңдә мөрәжәғәт табыу осрағы бер кемгә лә оҡшамаясаҡ һәм, ҡабалан эш итеп, был тоҙаҡҡа эләгеү бер ни ҙә тормай, шуға күрә бындай хат килә икән, тәү сиратта һалҡын аҡыл менән эш итергә, яҡындарығыҙға шылтыратып кәңәшләшергә кәрәк.

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: