Тәгәрмәс
16 Февраль 2022, 03:06

Номерыңа ҡар йәбешһә...

Бының өсөн водитель танытмаһынан ҡолаҡ ҡағырға ла мөмкин.

seyminfo.ruseyminfo.ru
Фото:seyminfo.ru

Беҙҙең ҡыштар ҡар-бурандарға бай. Ә бының автоһәүәҫкәрҙәр өсөн ЮХХДИ инспекторҙары менән осрашҡанда проблемаға әйләнеүе ихтимал икәнлеген беләһегеҙме?

Ҡышын, һауа шарттары насар бул­ғанда, юлда оҙайлы ваҡыт йөрөһәң, машинаның алдында ҡалын ғына ҡар ҡатламы йыйыла һәм ул теркәү номерын ҡаплай. Автомобилдең артҡы яғында ла шул уҡ хәл: ҡар менән ҡом ҡатнаш­маһы йыйылып, номеры ҡаплана. Ошо сәбәпле, тиҙлекте контролдә тотҡан камералар машинаны “таный” алмай һәм водитель “рәхәтләнеп” ҡағиҙә боҙа ала. Шулай инде, штрафтар килмәйәсәк бит.

Машинаһын ҡыуырға яратҡан кеше­ләр ошо хәлдән файҙалана, улар номер­ҙа­рына юрамал ҡар йәбештерә һәм яуап­лылыҡтан ҡаса. Ә бит ҡанун буйынса бының өсөн водитель танытма­һынан ҡо­лаҡ ҡағырға ла була. Тик бына ҡар яңы­лыш йәбешһә? ЮХХДИ инспекторҙарына үҙеңдең хаҡлығыңды нисек раҫларға?

Буран ваҡытында юлда инспекторҙар осрап туҡтатһа, улар, ғәҙәттә, хәлде аңлап ҡабул итә һәм урында уҡ номерҙы та­ҙар­тыуҙы һорай. Бының өсөн бер нисә ми­нут ваҡыт етә, әммә шул уҡ инспек­тор­ҙарҙың танытмағыҙҙы тартып алыуы  ла бар.

Эш шунда: илдең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 12.2-се статьяһы бысраҡ, икенсе төрлө итеп үҙгәртелгән, уҡылмаған, йәшерен йәки ял­ған автомобиль номерҙары өсөн води­телдәргә төрлөсә яза биреүҙе күҙ уңында тота. Уларҙың төрөн полиция хеҙмәт­кәр­ҙәренә асыҡларға тәҡдим ителгән, шул арҡала юлдарҙа бәхәстәр килеп тыуа.

Закон нимә ти? Уҡылмаған, ғәҙәти булмаған йәки дәүләт стандарты талаптарын боҙоп ҡуйылған номерлы транспорт сараһына идара итеү иҫкәртеүгә йәки биш йөҙ һум күләмендә административ штраф һалыуға килтерә. Номерҙар бөтөнләй юҡ икән йәки махсус рәүештә үҙгәртелһә, уларҙы танып булмаһа, биш мең һум штраф йәки бер айҙан өс айға тиклем транспортҡа идара итеү хоҡуғын сикләүгә килтерә.

Күрәләтә ялған дәүләт теркәү билдә­ләре ҡуйылған машинаға идара итеү алты айҙан бер йылға тиклем транспорт сараһына идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеүгә килтерә.

Ниндәй осраҡтарҙа билдәнең ысынлап уҡылмауын йәки махсус үҙгәртелгән икәнлеген асыҡлау өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм Рәсәй Юғары судының аңлатмаларындағы айырым күрһәт­мәләрҙе ҡарау талап ителә.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре раҫлауынса, “әгәр 20 метр алыҫлыҡтан ҡараңғы ва­ҡытта артҡы дәүләт теркәүе билдәһе  хәрефтәренең йәки һандарының береһен генә уҡыу мөмкин булмаһа, ә көндөҙ иһә алғы йәки артҡы дәүләт теркәүе билдәһенең бер хәрефе йәки һаны уҡылмаһа, “номер уҡылмай” тип таныла”.

Автомобилде теркәү билдәләренең урланыуы, юғалыуы йәки боҙолоуы ихтимал – бөтә был ҡағиҙә тәртип боҙоуҙар өсөн водителгә штраф ҡына түгел, ә водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеү менән дә янай. Номерҙарға бәйле иң ныҡ таралған проблемаларҙы ҡарайыҡ.

Стандарт булмаған осраҡтар. Рәсәй Юғары суды пленумының 2019 йылдың 25 июнендәге ҡарарына ярашлы, әгәр номерҙы файҙаланғанда ул ҡануниәт тарафынан билдәләнгән талаптарға тап килмәй икән, ғәҙәти булмаған осраҡ тип таныла. Мәҫәлән, табличканың бөтөн­лөгө боҙолған йәки өлөшләтә юғалған, мәҫәлән, аҡ фонда юйылған урындар булһа.

Транспорт сараһына бирелгән номер­ҙағы символдарҙы үҙгәртеп, боҙоп үҙгә­рештәр индерелһә, ул “үҙгәртелгән” тип таныла. Мәҫәлән, өҫтөнә берәй нәмә йәбештереп йәки уны уҡыуға һәм идентификациялауға ҡамасаулаған дөрөҫ булмаған ҡулайлама ярҙамында боҙған осраҡта.

Машинаны таныуға ҡамасаулаған йәки йәшерергә мөмкинлек биргән ҡоролмалар һәм материалдарға төрлө механизмдар, приборҙар, яйланмалар һәм башҡа ҡора­малдар (шторкалар, электромагниттар һ.б.) ҡулланыу тәртип боҙоу осраҡтарына инә. Тимәк, мутлашыусылар ҡарҙы ла номерҙы йәшереү өсөн ҡуллана ала.

Шулай итеп, әгәр ҙә ҡар яуғанда билдәләр генә түгел, бөтә машина ла ҡарлы булып сыҡһа һәм быға водителдең яуыз ниәте түгел, ә һауа торошо сәбәпсе булһа, инспектор автоһәүәҫкәрҙе номерҙы таҙа тоторға кәрәклеге хаҡында иҫкәртә һәм уны кисекмәҫтән таҙартырға тәҡдим итә ала.

Әгәр инде ҡар күптән яуып үтһә, водитель, иртәнсәк быялаһын һәм ҡыйығын таҙартып, билдәләрҙән йәбешкән ҡар ҡатламын алып ташларға теләмәһә, был осраҡта яуыз ниәт күҙәтелә. Тимәк, билдәне үҙгәртелгән тип баһалауҙары мөмкин. Ул саҡта водителде таныҡлығынан мәхрүм итеү язаһы көтә.

Ҡышҡы юл ҙур иғтибар талап итә. Номерға бәйле проблемалар килеп сыҡмаһын өсөн, ошо тәү ҡарамаҡҡа ҙур булмаған нескәлектәргә иғтибарлы булығыҙ һәм мөмкинлек булыу менән номерҙарығыҙҙы таҙартып тороғоҙ.

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас