Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
25 Апрель 2022, 22:45

Өс йыл йөрөргә ярай!

Яраҡлылыҡ ваҡыты үткән водитель таныҡлыҡтары автоматик рәүештә оҙайтыла.

Өс йыл йөрөргә ярай!
Өс йыл йөрөргә ярай!

2022 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 31 декабренә тиклем яраҡлылыҡ ваҡыты сыҡҡан йәки сығасаҡ водитель таныҡлығының ғәмәлдә булыу ваҡыты өс йылға оҙайтыла.

Мәғлүмәттәр автоматик рәүештә базала яңыртыласаҡ. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре иҫке ваҡытлы танытманы ҡабул итә һәм кәрәк булған осраҡта уларҙы база буйынса асыҡлай. Рәсәйҙә автоматик рәүештә биш миллион водитель таныҡлығын оҙайтасаҡтар.

Водитель таныҡлығының ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу инициаторы булып Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә Рәсәй Эске эштәр министрлығы сығыш яһаған. Башланғыс Рәсәй Хөкүмәте вәкәләттәре сиктәрендә тормошҡа ашырылған һәм граждандар, бизнес өсөн административ йөкләмәне кәметеүгә йүнәлтелгән. Водитель танытмаһы срогын оҙайтыу транспорт өлкәһе предприятиеларын йөкләмәнән азат итәсәк, ил буйынса тауарҙар логистикаһын ябайлаштырасаҡ.

"Һүҙ алмаштырылырға тейеш булған биш миллион самаһы водитель таныҡлығы хаҡында бара. Уларҙың ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу – ул граждандарға ваҡыт һәм административ йөкләмәләрҙе һиҙелерлек кәметеү. Йәғни ҡағыҙ тултырыуға һәм дәүләт хеҙмәттәренә аҡса түгеүгә үҙ ваҡытыңды сарыф итергә кәрәкмәй. Саралар ваҡытлы һәм аҡланған тип иҫәпләйем”, – тине Башҡоростан Республикаһы Дәүләт автоинспекцияһының элекке етәкстаһы, Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов.

Шулай уҡ Алыҫ Төньяҡ райондарында теркәлгән һәм хәүефле йөктәрҙе ташыу өсөн тәғәйенләнгән транспорт сараларының диагностика карталары ваҡыты 12 айға оҙайтыла. Был сара 600 компанияға ярҙам итәсәк.

Фото: sovetskaya-adygeya.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: