Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
14 Июнь 2022, 22:35

Штрафтар кәмей!

Штрафтарҙың дөйөм суммаһы 3,15 миллион һум тәшкил иткән, был 2021 йылдың яҙғы күрһәткесенән 28,9 процентҡа кәмерәк.  

Штрафтар кәмей!
Штрафтар кәмей!

Башҡортостан муниципалитеттары тораҡ пункттарҙа транспорт сараларын парковкаға ҡуйыу мәсьәләһен комплекслы хәл итә. Республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ошо эштең яҡынса йомғаҡтары тураһында һөйләне.

Мәҫәлән, муниципаль власть органдары халыҡҡа киң мәғлүмәт саралары, социаль селтәрҙәр, иғландар аша газондарҙа һәм йәшелләндерелгән биләмәләрҙә машина ҡуйыуҙы тыйыу тураһында хәбәр итә. Шул уҡ ваҡытта ихаталарҙа һәм йәмәғәт киңлектәрендә яңы парковка урындары булдырыла, газон ҡоймалары ҡуйыла.

– Өфөнөң административ комиссиялары автоматлаштырылған мәғлүмәт системалары һәм программа-аппарат комплекстары һатып алды, улар машиналар ҡуйыу ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автоматик режимда теркәргә мөмкинлек бирә. Киләһе аҙнанан инспекторҙар яңы ҡорамалда эшләй башлаясаҡ, – тип хәбәр итте Владимир Спеле.

2022 йылдың яҙында Башҡортостандың административ комиссиялары газонға машина ҡуйыу тураһында бөтәһе 3 289 эште ҡараған. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 22,8 процентҡа кәмерәк. Штрафтарҙың дөйөм суммаһы 3,15 миллион һум тәшкил иткән, был 2021 йылдың яҙғы күрһәткесенән 28,9 процентҡа кәмерәк.

– Әгәр халыҡ беҙҙе ишетеп, ярамаған урындарға машиналарын аҙыраҡ ҡуя башлауҙан штрафтар кәмеһә, бик яҡшы, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Икенсе яҡтан, беҙ планлы рәүештә ихаталарҙы тәртипкә килтерәбеҙ, автомобиль хужалары өсөн уңайлы парковкалар, халыҡ өсөн уңайлы мөхит булдырабыҙ.

Фото: khv27.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: