Өфө – Инйәр – Белорет юлының 218-се километрында 20 тонна цемент тейәгән Scania йөк машинаһы упҡынға осҡан. «Ҡәйнә теле» тип нарыҡланған был урында водитель рулгә идара итә алмай, сикләгес ҡоймаларҙы емереп, 300 метр бейеклектән аҫҡа тәгәрәгән.
Рулдә Төмән өлкәһенән килгән 64 йәшлек ир ултырған булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алған йәрәхәттәрҙән ул шунда уҡ йән биргән.
Әлеге мәлдә фажиғәле аварияны ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тикшерә. «Ҡәйнә телен»дә боролош бик киҫкен, ысынлап та, хәүефле ер. Ул урынды һаҡ үтергә кәрәк, упҡынға төшөп китмәҫ өсөн, тиҙлек режимын алдан уҡ кәметеп килеү фарыз, тип билдәләйҙәр инспекцияла.
Фото ЮХХДИ-ҙан.