Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
24 Июнь 2022, 14:30

“Лада” ниндәй буласаҡ?

Ватан автомобилдәре ябайлаштырыла.

Lada
Фото:Lada

Яңы “Лада”лар ябайлаштырыласаҡ, унан күп кенә функциялар алынасаҡ тигән хәбәр яҙ башынан йөрөй башланы. Һәм бына июндә улар етештереүгә ебәрелде. Уның исеме лә билдәле булды: “Lada Granta Classic’22”. Әле “АвтоВАЗ” рәсми рәүештә яңы машинаның үҙенсәлектәре тураһында хәбәр итте.

“Гранта”, күҙалланғанса, ул тиклем үк “ярлы” булмай сыҡты. Алдан көтөлгәнсә, унда АБС һәм хәүефһеҙлек мендәрҙәре юҡ. Шул уҡ ваҡытта “АвтоВАЗ” машина ныҡ ябай күренмәһен өсөн бик тырышҡан. Стандарт ҡорамалдар исемлегенә элек юғарыраҡ версияларға ғына хас булған элементтар өҫтәлгән. Мәҫәлән, буялған ишек молдингтары, көҙгөләрҙе йылытыу һәм электр приводы, ә опция сифатында 15 дюймлы еңел иретмә дисктары тәҡдим ителгән.

“Classic’22” комплектацияһы шулай уҡ рулде электр көсәйткесен, алғы ишектәрҙең электр быяла күтәргестәрен, балалар ултырғыстары өсөн ISOFIX беркеткес, көндөҙгө йөрөш уттарын, борт компьютерын, үҙәк йоҙаҡты, дүрт динамикалы аудиоәҙерлек һәм биҙәлеш ҡалпағы булған тәгәрмәстәрҙән торған 14 дюймлы ҡорос дисктарҙы үҙ эсенә ала.

“Лада Гранта”ның яңы “Classic’22” конфигурацияһы седан, литфблек һәм универсал, шулай уҡ Drive Active спортҡа яҡын модификацияла эшләнәсәк.

Яңылыҡ бәләкәй һигеҙ клапанлы 1.6 моторы менән генә эшләнә. Былтыр ул яңыртыу эштәрен үткән һәм заводтың 11182 индексын алған. Хәҙер уны ҡайтанан яңырттылар – экологик класс кәметелгән.

Яңы комплектацияның хаҡы яҡын арала билдәле буласаҡ, тип хәбәр итә “АвтоВАЗ”. Уның Рәсәй баҙарында иң арзан машина буласағы әле үк билдәле.

АБС-һыҙ һәм хәүефһеҙлек мендәрһеҙ, шулай уҡ түбән экологик класлы моторҙар менән машиналар эшләү тыйылғайны, ләкин сит ил компоненттары булмау сәбәпле, властарға техник регламентҡа үҙгәрештәр индерергә тура килде. Был Рәсәй автомобиль сәнәғәте эшмәкәрлеген яңырта алһын өсөн махсус рәүештә эшләнде.

Тольятти заводы апрель аҙағынан буш торҙо һәм хәҙер яйлап етештереүҙе яңырта. Ҡалған Рәсәй автомобиль сәнәғәтенең туҡтағанына өс ай инде, яҡын киләсәктә ҡайтанан эшләй башлар тигән өмөт әлегә юҡ.

Сиратта “ябайлаштырылған” формала конвейерға баҫасаҡ киләһе модель – “Niva Legend” (“Нива”). Июлдә “Lada Largus” ҡайтанан етештерелә башлауы ихтимал, әйткәндәй, уны йыһазландырыу ҡыҫҡартылмая­саҡ. “АвтоВАЗ”-да бығаса булған Bosch фирмаһының АБС блоктарын Ҡытай әйберҙәренә алмаштырыу көтөлә.

-  Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: