Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
24 Июнь 2022, 14:32

Өс йыл йөрөргә ярай!

somanyhorses.ru
Фото:somanyhorses.ru

2022 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 31 декабренә тиклем яраҡлылыҡ ваҡыты сыҡҡан йәки сығасаҡ водитель таныҡлығының ғәмәлдә булыу ваҡыты өс йылға оҙайтыла.

Мәғлүмәттәр базала автоматик рәүештә яңыр­тыласаҡ. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре иҫке ваҡытлы танытманы ҡабул итә һәм, кәрәк булған осраҡта, уларҙы база буйынса асыҡлай. Рәсәйҙә автоматик рәүештә биш миллион водитель таныҡлығын оҙайтасаҡ.

Водитель таныҡлығының ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу инициаторҙары – Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш һәм Рәсәй Эске эштәр министрлыҡтары. Ошо башланғыс Рәсәй Хөкүмәте вәкәләттәренә ярашлы тормошҡа ашырылған һәм граждандар, бизнес өсөн административ йөкләмәне кәметеүгә йүнәлтелгән. Водитель танытмаһы срогын оҙайтыу транспорт предприятиеларын йөкләмәнән азат итәсәк, ил буйынса тауарҙар логистикаһын ябайлаштырасаҡ.

“Һүҙ алмаштырылырға тейеш булған биш миллион самаһы водитель таныҡлығы хаҡында бара. Уларҙың ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу – граждандарға ваҡыт сарыф итеү һәм административ йөкләмәләрҙе һиҙелерлек кәметеү ул, йәғни ҡағыҙ тултырыуға һәм дәүләт хеҙмәттәренә аҡса түгеүгә үҙ ваҡытыңды әрәм итергә кәрәкмәй. Сара ваҡытлыса һәм үҙен аҡлай, тип иҫәпләйем”, – тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт автоинспекцияһының элекке етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов.

Шулай уҡ Алыҫ Төньяҡ райондарында теркәлгән һәм хәүефле йөктәрҙе ташыу өсөн тәғәйенләнгән транспорт сараларының диагностика карталарының ғәмәлдә булыу ваҡыты 12 айға оҙайтыла. Был сара 600 компанияға ярҙам итәсәк.

-  Ә. ИЛДУСОВА

Читайте нас: